"Бала саҡтарыма ҡайтып киләм, һағындырған мәктәп йылдары"
8 февраль көнө Иҫке Монасип урта мәктәбендә 10, 20, 30, 40, 50, 55 йыл элек мәктәпте тамамлаған сығарылыш уҡыусылары менән осрашыу үткәрелде. 1964, 1969, 1979, 1989,1999, 2009 йылда оло тормош юлына баҫҡан уҡыусылар - хәҙер инде сәстәренә сал ҡунған апай-ағайҙар ҙа, йәштәр ҙә килде туған мәктәбенә. Класташтар йыйылып, көмөш ҡыңғырау яңғырағас та, "Бала саҡтарыма ҡайтып киләм, һағындырған мәктәп йылдары" исемле класс сәғәтенә таралды. Уларҙы хаҡлы ялдағы ветерандар - класс етәкселәре көтә ине. Барыһы ла хәтирәләр менән уртаҡлашты, мәктәп буйлап экскурсияла йөрөнө, иҫтәлеккә фотоға төштө, буфетта баллап самауыр сәйе эсте, мәктәптең телевидениеһына интервью бирҙе. Тантаналы өлөштә ҡунаҡтар яңыртылып төҙөлгән клубҡа йыйылды. Сәхнәлә бер-береһен алмаштырған сығарылыш уҡыусыларының сығыштары туған мәктәптәренә, уҡытыусыларына рәхмәт һүҙҙәре менән тулы булды. Хәтирәләр концерт номерҙары менән аралашып барҙы. Ошо көндәрҙә үҙҙәренең оло юбилейҙарын билдәләгән хөрмәтле ветарандар - Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған мәғариф алдынғыһы Ривал Рәхмәт улы Баймырҙин, Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған мәғариф алдынғыһы, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы Фәнүзә Фәсхетдин ҡыҙы Баймырҙина, Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған мәғариф алдынғыһы Таңһылыу Зәки ҡыҙы Ҡыуандыҡова, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәғариф алдынғыһы Таһир Ғәззәле улы Сәғитов һәм башҡа хаҡлы ялдағы уҡытыусылар байрамда тик йылы һүҙҙәр, ҡотлауҙар ҡабул итте. Ривал Рәхмәт улы Баймырҙинға уҡыусылары "Иң яратҡан класс етәксеһе" миҙалын тағып, юбиляр уҡытыусыны тағы ла ҙурланылар.
1979 йылғы сығарылыш уҡыусылары шул осорҙа мәктәп интернатында йәшәгән йылдарын һағынып һөйләне, унда эшләгән тәрбиәселәргә, ашнаҡсыларға, техник хеҙмәткәрҙәргә ҙур рәхмәттәрен еткерҙеләр. Барлыҡ ҡунаҡтарға, ветеран уҡытыусыларға уҡыусылар үҙ ҡулдары менән әҙерләгән гөлләмәләр бүләк иттеләр.
Осрашыу мәктәп уҡыусыларында ла, уҡытыусыларҙа ла, төрлө тарафтарҙан килгән яҡташтарыбыҙҙа ла матур тәьҫораттар ҡалдырҙы. Ҡунаҡтар икенсе йыл рәттән үткәрелгән был матур сараны үткәреүгә ҙур көс һалған мәктәп администрацияһына, уҡытыусыларына рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙеләр