Тыуған тәбиғәтебеҙ тарих һаҡлай
Март 24, 2020
Просмотров: 19
Тыуған тәбиғәтебеҙ тарих һаҡлай.
Беҙ, 5-се класс уҡыусылары, туған ауылыбыҙ тирәһендәге тауҙар буйлап экскурсия яһаныҡ. Унда беҙҙе уҡытыусыбыҙ Рәғиҙә Әхмәт ҡыҙы Истәкова алып барҙы. Ул Шыуҙырғыс, Ослотау, Ҡыйрат, Масаҡ тауҙарына, Туҡмаҡ юлына, Хисам ҡотоғона бәйле ҡыҙыҡлы тарихи хәлдәр тураһында һөйләне. Беҙ үҙебеҙҙең тыуған ауылыбыҙҙың ни тиклем тарихҡа бай булыуына, тәбиғәтебеҙҙең матурлығына һоҡландыҡ, Хисам ҡотоғоноң һыуы, ҡышҡы һыуыҡ булһа ла, тынмай ағып ята. Ә тауҙар, ҡыштың ап-аҡ ҡарына төрөнөп, тыныс ҡына баҫып торалар.
Экскурсиянан бик тә ҡыуанып ҡайттыҡ.