Ветеран инәй Хәйриямал Йәғәфәрова менән осрашыу
Март 24, 2020
Просмотров: 18
Хәйриямал инәй Йәғәфәрова – ауылыбыҙҙың иң оло кешеләренең береһе. Тиҙҙән ул үҙенең 90 йәшен билдәләйәсәк. Мәктәптең 7-се класы уҡыусылары Афғанстан Республикаһында хәрби бурысын үтәгәндә батырҙарса һәләк булған Азамат Фәзулла улы Йәғәфәровтың әсәһе Хәйриямал инәйҙең өйөндә булып, уның хәлен белеп ҡайттылар. Оло йәштә булыуына ҡарамаҫтан, инәй бик теремек. Балалар менән алсаҡ аралашты, бала сағы, колхозда эшләү осоро, балалары тураһында һөйләне. Балалар уның хәтирәләрен иғтибар менән тыңлап, матур тәьҫораттар менән ҡайттылар.
Ҡыҙыл Йондоҙ ордены кавалеры Азамат Йәғәфәровтың әсәһе Хәйриямал инәйгә, уның ғаиләһенә ныҡлы һаулыҡ, бәхет, изгелектәр теләйбеҙ!