Әрмелә бер көн
Йыл һайын мәктәбебеҙҙә “Әрмелә бер көн” сараһы үтә. Быйыл был сарала 6-сы кластан 11-се класҡа тиклем 21 бала әрме хеҙмәтенең иртәнән алып йоҡларға ятҡанға тиклемге бер көнө тәртибе менән таныштылар.
«Һалдаттар» көн тәртибе буйынса иртәнге һәм киске күнекмәләр, тактик әҙерлек, спорт уйындары, автомат тиреп йыйыу, төрлө нарядтар, маршҡа баҫыу, әрме йырҙарын өйрәнеү кеүек һалдат көндәлегендә булған күнекмәләрҙе ихлас үтәнеләр. Патриотик темаға кино ҡарау, һалдат бутҡаһы ашау буласаҡ ил һаҡсыларына бик оҡшаны.
“Әрмелә бер көн” сараһын ойоштороусылар - география уҡытыусыһы Азамат Ҡотлобаев, физкультура уҡытыусыһы Азат Әйүпов, биология уҡытыусыһы Илназ Ғәлиуллиндар малай һәм егеттәргә әрме хеҙмәтенең ни тиклем мөһим, яуаплы булыуын аңлаттылар. Сара уҡыусыларға бик оҡшаны.