Журналист Рәсүл Сәғитов – туған мәктәбендә
16 февралдә беҙҙең мәктәбебеҙгә баш ҡала ҡунаҡтары – яҡташыбыҙ, Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Башҡортостандың атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре, республика хөкүмәтенең Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премияһы лауреаты, Башҡортостан йәмәғәт Палатаһы ағзаһы Рәсүл Хәсән улы Сәғитов һәм уның ижадташ дуҫтары килде.
Яҙыусы үҙенең туған мәктәбендә йыл да булып тора. Быйыл да ул буш килмәгән. Уҡыусыларға журналист һөнәре буйынса ҡыҙыҡлы мәғлүмәт бирҙе, балаларға һәм мәктәпкә үҙенең китаптарын бүләк итте. Осрашыуҙа Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған мәғариф алдынғыһы, ветеран уҡытыусыбыҙ Ривал Рәхмәт улы Баймырҙин да ҡатнашты. Ул Рәсүл Сәғитовты мәктәп йылдарында рус теле һәм әҙәбиәте фәненән уҡытҡан, төплө белем биргән. Журналист үҙенең уҡытыусыһына ҡарата йылы хистәрен, ул биргән ныҡлы белем өсөн ҙур рәхмәттәрен еткерҙе.
Рәсүл Сәғитов “Шишмә тауышы” түңәрәге ағзалары булған 5-се класс уҡыусыларының бәләкәй генә шиғырҙарын иғтибар менән тыңлап, уларға ихлас күңелдән уңыштар теләне, кәңәштәрен һәм теләктәрен әйтте. Осрашыу бик фәһемле һәм файҙалы булды.