Рухлы ҡыҙ ул Регина Йәғәфәрова

Март 24, 2020 Просмотров: 21

21 февраль көнө районыбыҙҙа “Туған телен ҡәҙерләгән халыҡ – ҡәҙерле булыр” конкурсы үтте. Унда төрлө мәктәптәрҙән үҙенең туған телен яратҡан, уның киләсәген ҡайғыртҡан уҡыусылар ҡатнашты. Беҙҙең мәктәптән был ярышта 8-се класс уҡыусыһы Регина Йәғәфәрова ҡатнашты.
Регина – мәктәбебеҙҙең иң алдынғы уҡыусыларының береһе. Уҡыуҙа тик “5”- ле билдәләренә өлгәшә, мәктәптә һәм район кимәлендә үткәрелгән бөтә сараларҙа ла әүҙем ҡатнаша. Ике йыл рәттән башҡорт теле һәм башҡорт әҙәбиәте предметтарынан район олимпиадаһында еңеүсе һәм призер булыуға өлгәште. Республика балалар матбуғаты – “Аманат”, “Йәншишмә” баҫмалары менән дуҫ. “Бирешмә” төркөмө үткәргән шиғыр яҙыу конкурсында еңеүсе булды. “Аманат” журналы үткәргән ғәрәп телендәге шиғырҙы башҡорт теленә тәржемә итеү конкурсында еңеү яуланы. Бына шундай ижади ҡарашлы ҡыҙ ул Регина!
Был ярышта ла ул бик уңышлы сығыш яһаны: үҙе менән таныштырыуҙы, Мостай Кәримдең “Ҡайын япрағы тураһында” шиғырын ҙур оҫталыҡ менән һөйләне, ҡумыҙҙа уйнап, бейеп тә күрһәтте.
Жюри уның сығышын юғары баһалап, Мостай Кәримдең әҫәрҙәр йыйынтығын бүләк итте. Регинаға туған телебеҙҙе һаҡлауы, яҡлауы, лайыҡлы сығыш яһауы өсөн ҙур рәхмәт белдерәбеҙ һәм киләсәктә лә шулай илһөйәр, телһөйәр, һау-сәләмәт булыуын теләйбеҙ!