Ҡыпсаҡта традицион яндан уҡ атыу ярышынан...
21 март көнө мәктәбебеҙҙә Башҡортостандың 100 йыллығына арналған традицион яндан уҡ атыу буйынса балалар араһында I район турниры үткәрелде. Әҙерлеге булған 7-17 йәшлек уҡыусылар ҡатнашты. Милли кейемдә, уҡ-яндары менән килгән уҡыусылар өс этаптан торған ярыштарҙа көс һынашты һәм һуңынан махсус бүләктәр өсөн уҡ атышты.
Ярыштар һөҙөмтәһе түбәндәгесә булды.7 -12 йәшлектәр буйынса
малайҙар араһында:Хурамшин Батырйән (Әбделмәмбәт)- 1 урын, Үтәбаев Ирхан(Әбделмәмбәт) - 2 урын, Юлбирҙин Динар(Яңы Мөсәт) - 3 урын;
ҡыҙҙар араһында: Әбделмәмбәт мәктәбе уҡыусылары Ҡасимова Алтынай - 1 урын, Мәхмүтова Диана - 2 урын, Ҡарамышева Зилиә - 3 урын.
14- 17 йәшлектәр буйынса.
Егеттәр: Юлбирҙин Даян(Яңы Мөсәт) - 1 урын, Әхтәмов Аяз (Монасип) - 2 урын, Боҫҡонов Батырша(Әбделмәмбәт) - 3 урын;
Ҡыҙҙар: Наҙарғолова Наҙгөл - 1 урын, Мәсәғотова Рәсилә - 2 урын, Ишарина Гөлшат - 3 урын (Әбделмәмбәт мәктәбе уҡыусылары).
Ҡатнашыусыларға рәхмәт! Еңеүселәргә АФАРИН!
Спонсорҙарға, Бөрйән районының мәғариф бүлеге, Бөрйән башҡорттары ҡоролтайы етәксеһе Ришат Шариповҡа, "Кипчакский лазер" оҫтаханаһына, аутсорсинг ойошмаһы етәксеһе Илнар Әҙелбаевҡа, "Ағиҙел" магазины етәксеһе Илдар Ишморатовҡа, "Крепеж" магазины етәкселәре Артур Мөхәмәтдинов һәм Илнур Шәмиғоловтарға, "Аҙаш" компанияһы етәксеһе Рифат Раҡаевҡа оло рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ.
Ғәликәева М.З., Әбделмәмбәт
мәктәбенең
тәрбиәүи эштәр буйынса
директор урынбаҫары.
Материал Ҡыпсаҡ мәктәбе ВК группаһынан алынды.