Яҙғы һауыҡтырыу лагеры
Каникулда мәктәптә балаларҙың ялын файҙалы итеп үткәреү маҡсатында яҙғы һауыҡтырыу лагеры асылды.Лагерь етәксеһе Йыһанурова Марина Рафаил ҡыҙы лагерҙы асыу тантанаһы менән ҡотлап үткәндән һуң,төркөмдәр үҙҙәре менән таныштырып үттеләр.Артабан өлкән вожатый Ҡөнәфина Гөлфирә Азат ҡыҙы төрлө уйындар, эстафеталар уткәрҙе. Икенсе көндә уҡыусылар уның тарафынан үткәрелгән "Форт Боярд" уйынында көс һынанылар.һөҙөмтәлә "Молния" төркөмө еңеүсе булды.27 март көнө Бикмәтова Нурия Мырҙабай ҡыҙы етәкселегендә "Күңелле старттар", ә иртәгәһенә Айытбаева Айзилә Мөҙәрис ҡыҙы тарафынан"Юл хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләре" исемле квест уйын үткәрелде. Лагерҙың һуңғы көнөндә һәр төркөм бай йөкмәткеле концерт номерҙары менән сығыш яһанылар. Көндә тәмле аш-һыузары менән һыйлаусы ашнаҡсы апайҙарына һәм тәрбиәселаргә ҙур рәхмәт әйтеп таралышты балалар.