Хөрмәтле Клара Рәмзи ҡыҙы!!!
Һеҙҙе күркәм байрамығыҙ менән тәбрик итәбеҙ! Бәхетле оҙон ғүмер, ныҡлы һаулыҡ, бәрәкәтле тыныс тормош, яҡындарығыҙға терәк булып, именлектә-һаулыҡта, муллыҡта,тормош матурлығына ҡыуанып, донъя кинәнестәре менән яҡындарығыҙҙың ҡәҙер-хөрмәтендә ғүмер кисереүегеҙҙе теләйбеҙ.
Юбилейығыҙ менән тәбрикләйбеҙ,
Сәләмәтлек теләп иң элек,
Һәр бер көнөгөҙ үтһен именлектә
Бәхеттәргә генә күмелеп.
Ғүмер юлығыҙ матур, һоҡланырлыҡ,
Өлгө була ала күптәргә.
Яҙһын һеҙгә тағы оҙаҡ йылдар
Шатлыҡ-бәхеттәрҙә йәшәргә.
Ошо көндәрҙә оло юбилейын билдәләүсе ветеран уҡытыусыбыҙ Әмирханова Клара Рәмзи ҡыҙына 1-се класс уҡыусылары һәм уларҙың класс етәкселәре Сафина Линура Хәлил ҡыҙы мәктәп администрацияһының, уҡытыусылар һәм уҡыусылар коллективының ҡотлау һүҙҙәрен еткереп ҡайттылар.Афарин! Рәхмәт!