Алтынай Баймырҙина - иң яҡшы йәш экскурсовод.
Тыуған яҡтың ер-һыу атамаларын, уларҙың килеп сығыу тарихын белеү бик мөһим. Ата-бабаларыбыҙ ҡалдырған мәҙәни ҡомартҡыларҙы, халҡыбыҙ тарихын белеү йәш быуын күңелендә илһөйәрлек тойғолары тәрбиәләй. 8 апрелдә Башҡорт дәүләт университетының акттар залында крайҙы өйрәнеү буйынса төрлө конкурстарҙа, эҙләнеү эштәрендә еңеүсе уҡыусыларҙы бүләкләү тантанаһы үтте. Унда Иҫке Монасип урта мәктәбенең 5-се класс уҡыусыһы Алтынай Баймырҙина ҡатнашып, Өфө ҡалаһы мәғариф идаралығының Маҡтау ҡағыҙын алып ҡайтты. Ул "Бәләкәй Ватаным буйлап" йәш экскурсоводтарҙың республика конкурсында "Тәбиғәтте өйрәнеү экскурсиялары" исемендә еңеү яуланы. Өфө ҡалаһы, республикабыҙ райондары мәктәптәре уҡыусылары ҡатнашҡан был ҙур сарала Алтынай тәүге тапҡыр ҡатнаша. Уға эҙләнеү эшен башҡарыуҙа өләсәһе, Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы Фәнүзә Фәсхетдин ҡыҙы Баймырҙина ҙур ярҙам күрһәтте. Унан ауылыбыҙҙың тау-урмандарының тарихың яҙып алыу бик ҡыҙыҡлы булды. Алтынай Иҫке Монасип ауылының ер-һыу атамаларын, легендаларын өйрәнеп, класташтарына экскурсия ойошторҙо.
Йәш экскурсоводты еңеүгә әҙерләгән Истәкова Рәғиҙә Әхмәт ҡыҙына ла Маҡтау ҡағыҙы тапшырылды.