"Урал батыр" эпосын һөйләүсе йәш сәсәндәр конкурсы еңеүселәре - беҙҙең уҡыусыларыбыҙ!

Март 24, 2020 Просмотров: 43

"Урал батыр" эпосын һөйләүсе йәш сәсәндәр конкурсының район һәм республика этаптарында Иҫке Монасип урта мәктәбе уҡыусылары әүҙем ҡатнаша. Халҡыбыҙҙың был ҡомартҡыһына ҡыҙыҡһыныу тәрбиәләү, уның йөкмәткеһенә һалынған изгелек, яҡшылыҡ идеялары, формаһына һалынған һоҡланғыс тел биҙәкләү саралары, халыҡсан теленең иҫ китмәле байлығы уҡыусы күңелендә һоҡланыу тойғоһо уята. Эпостарыбыҙ - беҙҙең ғорурлығыбыҙ. Ғәжәп тәрән тормош фәлсәфәһе һалынған был әҫәрҙе һәр башҡорт балаһы белергә тейеш. Милли ғорурлыҡ тойғолары тәрбиәләүсе әҫәрҙәрҙе яттан һөйләү, сәхнәләштереп ҡарау йәш быуындың рухи үҫеше өсөн ғәйәт әһәмиәтле. Уҙған уҡыу йылында беҙҙең мәктәп уҡыусылары "Аҡбуҙат" эпосын сәхнәләштереп, республика кимәлендә беренсе урын алды. Быйыл иһә "Урал батыр" эпосынан өҙөктө сәхнәләштереп, район этабында еңеүгә өлгәштеләр. Урал батыр ролен 10-сы класс уҡыусыһы Аяз Әхтәмов, Аҡбуҙат һәм Әзрәҡә ролдәрен 11-се класс уҡыусыһы Заһит Бикмәтов, Һомай һәм Айһылыу ролдәрен 6-сы класс уҡыусыһы Сара Истәкова, Шүлгән ролен 9-сы класс уҡыусыһы Вәғиз Буранов тырышып башҡарҙылар. Әлбиттә, сәхнәлә мәшһүр эпостың геройҙары булып йәшәү бик ҡатмарлы. Шулай ҙа улар һынатманы.
Уҡыусыларҙы конкурсҡа әҙерләүсе уҡытыусылар - сценарий авторы һәм режиссер Рәғиҙә Истәкова, костюмдар һәм сәхнә биҙәлеше оҫталары - рәсем уҡытыусыһы Гөлфирә Көнәфина, технология уҡытыусыһы Марина Йыһанурова үҙ эштәренә бик яуаплы ҡаранылар. Тырыш хеҙмәт емешле булды. Уҡыусыларҙы һәм уҡытыусыларҙы ҙур еңеүҙәре менән ҡотлайбыҙ! Конкурстың артабанғы этабында ла уңыштар теләйбеҙ! Афарин!