Белорет ҡалаһына экскурсия

Март 24, 2020 Просмотров: 10

Беҙ, 5-11-се кластың бер төркөм уҡыусылары, ял көндәрендә Белорет ҡалаһына экскурсия ойошторҙоҡ. Класс етәкселәребеҙ Әйүпов Азат Әхмәт улы һәм Ғәлиуллин Илназ Шафиҡ улы етәкселегендә ҡала кинотеатрында Тим Бертондың "Дамбо" тип аталған яңы фильмын ҡараныҡ. Кино бик мауыҡтырғыс, ҡыҙыҡ һәм фәһемле булды. Беҙ ундағы геройҙар өсөн берсә ҡайғырып, берсә ҡыуанып ултырҙыҡ. Уҡыусыларҙың барыһына ла фильм бик оҡшаны. Беҙгә ошондай күңелле ял ойоштороусы ағайҙарға, ата-әсәйҙәргә, мәктәп администрацияһына һәм водитель Илшат Мөхәмәтғәлин ағайға ҙур рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ!