Оҫта ҡуллы уҡытыусыларыбыҙ

Март 24, 2020 Просмотров: 23

Беҙҙең Иҫке Монасип урта мәктәбендә рәсем, технология дәрестәрен үҙ эштәрен яратҡан оҫта ҡуллы уҡытыусылар Көнәфина Гөлфирә Азат ҡыҙы һәм Бикмәтов Кәрим Рәүхәт улы уҡыта. Улар балаларға төрлө-төрлө хужалыҡ кәрәк-яраҡтары, мебель, сувенирҙар, бал һауыттары эшләргә өйрәтә. Ул әйберҙәр экологик яҡтан таҙа материалдарҙан зауыҡлы, күркәм итеп эшләнә. Өҫтәлдәр, ултырғыстар, һауыт-һабалар, һандыҡтар башҡорт орнаменттары, төрлө биҙәктәр һалып биҙәлә. Сынъяһау әйберҙәр барыһының да күңеленә хуш килә. Был әйберҙәр төрлө күргәҙмәләрҙә, йәрминкәләрҙә ҙур баһа ала, конкурстарҙа, олипиадаларҙа еңеүҙәргә өлгәшә.
Киләсәктә лә оҫта уҡытыусыларға, уҡыусыларға уңыштар теләйбеҙ.