19 апрель көнө, туған республикабыҙ Башҡортостандың 100 йыллығына арнап, ике мәктәп уҡыусылары араһында футбол буйынса иптәштәрсә матч ойошторолдо.

Март 24, 2020 Просмотров: 16

19 апрель көнө, туған республикабыҙ Башҡортостандың 100 йыллығына арнап, ике мәктәп уҡыусылары араһында футбол буйынса иптәштәрсә матч ойошторолдо. Ярышта Иҫке Монасип һәм Байназар урта мәктәптәре командалары көс һынашты. Осрашыу бик көсөргәнешле һәм сәмле генә барҙы. Көстәр йә бер командаға, йә икенсеһенә өҫтөнлөк бирҙе. Һөҙөмтәлә Иҫке Монасип урта мәктәбе командаһы егеттәре 2:1 менән еңеүгә өлгәште. Был спорт сараһы республикабыҙ Башҡортостандың 100 йыллығына арналып һәм туғанлыҡ ептәрен нығытыу сиктәрендә "беҙ сәләмәтлек яҡлы" девизы аҫтында үтеп китте . Сираттағы осрашыуҙы алдағы йома Байназар урта мәктәбендә үткәрергә һүҙ ҡуйышып, татыу итеп таралыштылар.
Матчта ҡатнашыусы егеттәрҙе еңеүҙәре менән ихлас ҡотлайбыҙ! Киләсәктә лә спортта ла, уҡыуҙа ла һынатмауҙарын теләйбеҙ!