Бөтә Рәсәй фәнни-ғәмәли конференцияһы

Март 24, 2020 Просмотров: 35

19 апрель көнө Башҡорт дәүләт университетеының Сибай институтында Бөтә Рәсәй фәнни-ғәмәли конференцияһы үтте. Ул “Киләсәк кешеһе: проблемалары һәм үҫеш юлдары” темаһына бағышланды. Беҙҙең мәктәптән конференцияла 5-се класс уҡыусыһы Йомағолова Илнара, 6-сы класс уҡыусыһы Истәкова Сара ҡатнашты. Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Истәкова Рәғиҙә Әхмәт ҡыҙы етәкселегендә улар Мостай Кәрим ижады буйынса һәм Театр йылына бағышланған эҙләнеү эше башҡарҙылар. Секцияларҙа төрлө райондарҙан килгән уҡыусылар менән аралашып, ғалимдар алдында сығыш яһап, Сибай институтының матур, заманса йыһазландырылған аудиторияларын, залдарын күреп, ҙур тәьҫоратттар алып, эҙләнеү эштәре буйынса 3-сө урындарҙы яулап ҡайттылар. Афарин, ҡыҙҙар!