"Йыл уҡыусыһы - 2019" конкурсынан уңыштар менән
Быйылғы йылдың иң яҡшы уҡыусыһы кемдәр? Байназар ауылы мәҙәниәт йортонда йыйылған иңдәрҙән иң уҡыусылар араһынан иң көслөһөн билдәләү еңел булмағандыр. Мәктәп эшендә алдынғылыҡты бирмәгән, тик "бишле"гә генә өлгәшкән, уңыштары менән районыбыҙҙа ғына түгел, Башҡортостан һәм Рәсәй кимәленә сыҡҡан, ҡыйыу, белемле, тәүәккәл уҡыусылар сыҡты жюри алдына. Улар араһында Иҫке Монасип урта мәктәбенең 8-се класс уҡыусыһы Буранов Илвир ҙә булды. Илвир - бик һәләтле, белемле, тырыш егет. Класында ғына түгел, мәктәптә, район сараларында әүҙем ҡатнаша. Быйылғы йылда ғына технология, тормош хәүефһеҙлеге нигеҙҙәре фәндәренән район предмет олимпиадаларында - призер, йәмғиәт белеме фәненән һәм "Кусимов уҡыуҙары" республика фәнни-ғәмәли конференцияһында еңеүсе булырға өлгөрҙө. Илвир конкурстың бөтә этаптарын да бик уңышлы үтте. Уға ярҙам итеүсе төркөмдә 11-се класс уҡыусылары Ильяс Буранов, Заһир һәм Заһит Бикмәтовтар, Ильнар Үтәбаев, 8-се класс уҡыусылары Суфиянова Камила һәм Муллағолова Гөлфирә ихлас ярҙам иттеләр. Конкурсант үҙен халҡыбыҙ тарихын, мәҙәниәтен, иҡтисадты һәм сәйәсәтте яҡшы белгән һәм киң аудитория алдында иркен сығыш яһай алған уҡыусы итеп күрһәтте, дөйөм һөҙөмтәлә 3-сө урынды яуланы. Илвирҙы ҙур еңеүе менән ихлас ҡотлайбыҙ һәм киләсәктә лә яңынан-яңы үрҙәр, һаулыҡ, маҡсаттарының тормошҡа ашыуын теләйбеҙ! Афарин, Илвир!