Игеҙәктәр-биҙәктәр менән осрашыу. Ниндәй генә мөғжизәләр булмай ер йөҙөндә! Ләкин игеҙәктәр тыуыуы – сер!

Март 25, 2020 Просмотров: 120

Игеҙәктәр... Ике кешенең бер мәлдә тыуыуы ата – әсә өсөн ҙур бәхет. Был ата –әсәгә генә түгел, бөтәбеҙгә лә тәбиғәт бүләге. Игеҙәктәр ата-әсәләренә бәхет килтерә, тип һанайҙар. Әсәй игеҙәктәр менән китеп барһа: “Ҡалай ике тамсы кеүек оҡшаштар!”- тип кешеләр уларға һоҡланып ҡарайҙар. Уларҙың тыуған көндәрендә лә икеләтә байрам була. Һәр пар үҙенә күрә һоҡланғыс һыҙаттарға эйә. Игеҙәктәр йөҙҙәре менән бер-береһенә оҡшаштар икәнен бөтәбеҙ ҙә беләбеҙ.Ә бына улар бер төрлө уйлайҙармы,төрлө ситуацияларҙан бер төрлө хәлдән сығалармы, бер төрлө нәмәләр оҡшаймы,береһенә ҡыйын булһа икенсеһенә лә ҡыйынмы? Кеме ағай,кеме апай,кеме ҡусты, кеме һеңле? Улар бер-береһенә оҡшағандарына нисек ҡарайҙар? Үҙҙәрен бәхетле тоялармы? Был беҙҙең өсөн ҙур сер.
Бына ошо серҙе асыр өсөн Иҫке Монасип мәктәбе «Игеҙәктәр –биҙәктәр» тигән байрам ойошторорға ҡарар итте. Беҙҙең Иҫке Монасип ауылы - игеҙәктәргә бай ауыл. Ауылда бөтәһе 8 пар игәҙәк тыуған, бер пар игеҙәктәр ауылға килен булып төшкәндәр. Сараға 6 пар игеҙәк килде.3 парҙың игеҙәктәре ҡырҙа йәшәү сәбәпле килә алманылар.
Кемдәр икән улар?
Бына улар:
1. Әлхәмова Маргарита менән Раиса Спартак ҡыҙҙары;
2.Үтәбаева Рәсимә менән Рәшиҙә Йәноҙаҡ ҡыҙҙары;
3.Солтанова Әлфирә менән Зөлфирә Әнүәр ҡыҙҙары;
4.Әмирханова Миңнур менән Бикмәтова Миңлегөл Әбделғәни ҡыҙҙары;
5.Йәмилә һәм Фәнил Көнәфиндарҙың 1 класта белем алыусы игеҙәк балалары Фәнзил һәм Фәнзилә;
6. Зөлфиә һәм Юлай Йәғәфәровтарҙың 2-се класта уҡыусы игеҙәк ҡыҙҙары Әлиә һәм Юлиә;
7. Розалия һәм Юлай Бикмәтовтарҙың 3-сө класта белем алыусы игеҙәк ҡыҙҙары Дилә һәм Зилә;
8. Миңнур һәм Ансар Әмирхановтарҙың Урал аръяғы агросәнғәт колледжында уҡып йөрөүсе игеҙәк улдары Илназ һәм Илнар;
9.Ынйыбикә һәм Азамат Бикмәтовтарҙың 11 –се класта уҡып йөрөүсе улдары Заһит һәм Заһир.
Байрамды асып, мәктәптең уҡытыу –тәрбиә эштәре буйынса директор урынбаҫары Абдуллина Альмира Ғүмәр ҡыҙы бөгөнгө байрамдың ғәҙәти булмағанлығын һыҙыҡ өҫтөнә алды. Бындай сараның тәүге тапҡыр район тарихында үткәрелеүен, мәктәптә игеҙәктәрҙең бер йәм булып уҡып йөрөүҙәрен, башҡаларға өлгө булыҙарын әйтеп үтте.
Беренсе һүҙ оло игеҙәктәргә Әмирханова Миңнур менән Бикмәтова Миңлегөл Әбделғәни ҡыҙҙарына бирелде. Улар бала саҡтарынан бөгөнгө көнгә тиклем бергә бер ауылда бер-береһенә оло терәк булып, бер-береһен ярты һүҙҙән аңлап, ғаиләләре менән тығыҙ аралашып, бер бөтөн булып йәшәүҙәрен оло бер бәхет икәнлектәрен әйтеп үттеләр. Тамашасылар алдында сығыш яһаған ваҡыттарында ла ҡулға-ҡул тотоношоп, бер-береһен бүлдерә-бүлдерә ҡыҙыҡлы мәлдәрен һөйләнеләр.
Миңнур Әбделғәни ҡыҙы:”Игеҙәгеңдән берәй ярҙам кәрәк булһа, ваҡытың бармы, тип һорамайһың, кил ярҙам кәрәк, кил һин кәрәк, тип һөйләшәһең.Ә икенсе туғандарыңа улайтып әйтеп булмай”,- тип сере менән бүлеште.
Миңлегөл:”Бер район үҙәгенә барғайным. Район мәғариф бүлегенән яуаплы кеше:“Әмирханова, һин беләһеңме бөгөн йыйылыш була”- тигәс:”Эйе, беләм “,-тинем. Мине был Миңнур менән бутаны бит. Шунан Миңнурға шылтыратып: “Миңнур, бөгөн һеҙҙең йыйылыш була икән, килеп етә һал-, тиһәм, Миңнур:” Ярар, минең урынға ин дә ҡуй”,- тине. Мин:”Ҡуй,Миңнур, минән берәй нәмә йәки документ һораһалар, мин нимә тип яуап бирәм”,- тип баш тарттым. Ҡуй был тирәнән алыҫт араҡ йөрөйөм әле, тип тырышып йөрөп ятһам, тағы осраны шул кеше. “Һин, Әмирханова, беләһеңме йыйылыш район хакимиәтенең акттар залында булғанын»,- тигәс :” Беләм, беләм”,-тинем дә тағы ҡастым. Шулай итеп йыйылышҡа инмәнем”,- тип көлдөрҙө.
Шуныһы ҡыҙыҡ: игеҙәктәр бер ауылға килен булып төшкәндәр. Игеҙәктәрҙең береһе - Миңнур Әбделғәни ҡыҙының игеҙәк малайҙары тыуған.
Уларға ҡарап,ысынлап та игеҙәк булыуы ҙур бәхет икән,тигән һығымтаға килде тамашасылар.
Ынйыбикә һәм Азамат Бикмәтовтар 11 –се класта уҡып йөрөүсе Заһит һәм Заһир улдары менән сәхнәгә күтәрелгәс, сәхнә тулды ла ҡуйҙы. Күҙ алдында үҫеп буй еткергән егеттәргә күҙ өйрәнеп бөтһә лә серле булып ҡалалар улар беҙҙең өсөн. Бирелгән һорауҙарға ихлас яуап биреп , серҙәре менән бүлештеләр Бикмәтовтар.
”Игеҙәктәр тыуаһын белгәс тә нисек ҡабул иттегеҙ?- тигән һорауға Ынйыбикә Вәлит ҡыҙы : “Был турала әйткәс тә ирем бер һүҙ ҙә әйтмәй: “Ярар, мин әсәйемдәргә киттем”-, тип сығып киткәс, ауыр ҡабул итте шикелле, өйгә ҡайтмаҫ инде ,тип уйланым”,-тигәс зал бер рәхәтләнеп көлөп алды.”Эй,уларҙың шуҡлыҡтарын һөйләп бөтөп булмай инде ул.Заһир бәләкәс сағынан бигерәк сос булды. Сәңгелдәктәре ярыш була торғайны. Заһир үҙенең сәңгелдәгенән Заһиттың сәңгелдәгенә төшөп ята ла ҡуя торғайны.Шунан диванға төшә. Миңә уларҙы апайҙары Заһиҙә көтөшкәс еңел булды.Ул уларҙың кейемдәрен бер ҙә бутаманы,билдәләр тағып ҡуя торғайны.Үҙҙәре лә бер-береһенең кейемдәрен бутап кейеп йөрөмәнеләр, әле лә шулай”Егеттәр дәрес ваҡыттарында уҡытыусыларҙың бутауы, урындарын алмаштырып берәүҙең ике тапҡыр яуап биреүен, береһенең, йомошҡа барғанда оялып, ярты юлда игеҙәген көтөп тороуын, әле лә уларҙы бутауҙарын һөйләнеләр. Заһит менән Заһир мәктәптең иң әүҙем уҡыусылары.Мәктәптә ,районда үткән сараларҙа уларҙы йыш күрергә була. Әле улар дәүләт имтихандарына әҙерләнеп йөрөйҙәр.

Йәмилә һәм Фәнил Көнәфиндаҙың1 класта белем алыусы игеҙәк балалары Фәнзил һәм Фәнзилә оялып үҙҙәре тураһында әҙ һөйләһәләр ҙә әсәйҙәренең ихлас булыуы сараға йәм өҫтәне. «Беҙҙең ғаиләлә оло апайымдың да игеҙәк балалары булды. Мин үҙем дә бәләкәй саҡтан игеҙәк балалар хаҡында хыяллана торғайным.- тине ул тәьҫораттары менән уртаҡлашып. Хыялы тормошҡа ашҡан.эргәһендә- алтындары.
“Фәнзилә буйға бәләкәй булһа ла Фәнзилгә: “Мин һиңә апай булам”,- тиһә, Фәнзил: “Минең кәүҙәм ҙур булғас, мин һиңә ағай булам”,- тип ныҡыша. Фәнзил бәләкәй саҡта яй ине, хәҙер сосайып бара. Бер-береһен ҡарап йөрөтәләр”,- тип шатлыҡтары менә бүлеште әсә.
Зөлфиә һәм Юлай Йәғәфәровтарҙың 2-се класта уҡыусы игеҙәк ҡыҙҙары Әлиә һәм Юлиәне принцессалар, тип торорһоң. Матур күлдәктәрҙә бигерәк наҙлылар, матурҙар ине улар.Уҡыу отличницалары мәктәптең дә, ата-әсәһенең дә ғорурлыҡтары. Береһен больницаға алып киткәс, икенсеһе ул ҡайтҡансы өҫтәл аҫтынан сыҡмауы, унһыҙ баҙап ҡалыуын, ҡабат бер-береһенән айырмауҙарын үтенеп һорағандарын, бер төрлө кейенергә яратмауҙарын һөйләне әсәйҙәре. “Иң ҡыҙығы иң тәүҙә береһенең, бер нисә көн үткәс икенсеһенең төкөп, бер үк күҙҙәренең күгәреп йөрөүе булды "-, ти күп бала әсәһе Зөлфиә Йәғәфәрова. Уҡытыусылары Вәсилә Әбүкарам ҡыҙы кыҙҙарҙы сәмле, тырыш уҡыусылар булыуын әйтеп үтте. Йәғәфәровтар ғаиләһендә ғаиләлә 3 малай һәм 6 ҡыҙ тәрбиәләнә.
Сәхнәгә алҡыштар аҫтында Розалия һәм Юлай Бикмәтовтар 3-сө класта белем алыусы игеҙәк ҡыҙҙары Дилә һәм Зилә менән күтәрелә. Бигерәк оҡшаштар инде ҡыҙҙар. Әсәйҙәре лә йәшерен генә игеҙәктәр тураһында уйлап йөрөгән икән. Теләгәне - эргәһендәге алмалай ҡыҙҙары. Атай-әсәй эргәһендә үҙҙәренән нур һирпелеп тора, наҙлылыҡтың әйтеп бөтә алмаҫлыҡ сағылышы инде был ҡыҙҙарҙа. “Бер береһен ҡарап ҡына йөрөтәләр, дәресте икеһе ике ерҙә,бер-береһенә ҡамасауламай ғына әҙерләйҙәр , бер төрлө кейенергә тырышалар, Зилә -лидер, Дилә- баҫалҡы»,- тип һөйләне игеҙәктәрҙең ата-әсәһе.
Сәхнәгә Миңнур һәм Ансар Әмирхановтар Урал аръяғы агросәнғәт колледжында уҡып йөрөүсе игеҙәк улдары Илназ һәм Илнар менән саҡырыла. “Бәләкәй саҡта бер береһенең боҙған эштәрен беҙгә әйтмәй торғайнылар. Кем эште боҙҙо, тиһәң ғәйепле кеше юҡ. Ләкин эш боҙолған була. Төрлөсә тоторға тырышып ҡарайбыҙ.Шулай бер ваҡыт һораша торғас береһе:” Мин алманым, һин һалманың да инде”,- тине. Шул ваҡыттан алып беҙҙәең ғаиләлә ошо һүҙҙәр күп һорауҙарға яуап булып тора, тип көлдөрҙөләр. Атай кешенең малайҙарынан ҡәнәғәт булыуы йөҙөнән күренеп тора.Ансар Фәтих улы - алтын ҡуллы атай. Малайҙары ла эш белеп үҫәләр. Мәктәптең физкультура уҡытыусыһы һәм уларҙың класс етәксеһе булып эшләгән Азат Әхмәт улы: “Мин Илназ менән Илнар мәктәптән киткәс, бик ныҡ ҡайғырҙым. Ысынлап та, уларҙың мәктәптең спорт өлкәһенә индергән өлөштәре бик ҙур. Рәхмәт һеҙгә, егеттәр»,- тине. Бөгөнгө көндә Илназ һәм Илнар колледжда бик матур итеп уҡып йөрөйҙәр, колледж ,район кимәлендә үткәрелгән сараларҙа, спорт ярыштарының уртаһында ҡайнайҙар.
Экрандағы фотолар ҙа игеҙәктәр тормошона байҡау яһауға ярҙам итеп торҙо.
Игеҙәктәр өсөн күңелле ярыштар ҙа ойошторолдо.
Ике игеҙәк билдәренән ҡосаҡлашып бер кеше булып, береһенең уң ҡулы, икенсеһенең һул ҡулы төрлө эштәр: ҡыҙҙар ҡурсаҡ биләү, йомғаҡ урау, егеттәр ботинка бауын сисеп,кире бәйләү, икеһенә бер кейемде тиҙерәк кейеү һымаҡ уйындарҙа ҡатнаштылар. Аралашыу сәй табанында ла дауам итте.
Уларҙың өлгөһөндә беҙ, был мөғжизәне тамаша ҡылыусылар, бер- береһе өсөн йәнен йәлләмәгәндәрҙе үҙ күҙебеҙ менән күреп-ишетеп , тоғролоҡтоң юғары өлгөһөнә шаһит булып, ҙур шатлыҡ кисерҙек. Шундай матур байрам бүләк иткәндәре өсөн барлыҡ игеҙәктәргә ҙур рәхмәт белдерәбеҙ һәм алдағы тормоштарында гел ҡояшлы көндәр теләйбеҙ.