"Спортлы шәмбе"
Март 25, 2020
Просмотров: 14
18 май көнө Иҫке Монасип урта мәктәбендә I-IV кластар өсөн "Спортлы шәмбе" исеме аҫтында күңелле, хәрәкәтле уйындар үтте. Физкультура уҡытыусыһы Бикмәтова Нурия Мырҙабай ҡыҙы уҡыусылар өсөн ҡыҙыҡлы ла, мауыҡтырғыс та, шул иҫәптән бер аҙ ҡатмарлы ла уйындар әҙерләп алып килгәйне. Уҡыусылар "Бирешмә" һәм "Алға " командаларына бүленеп, ярыш ҡыҙыу ғына башланып китте.
Балалар ихлас күңелдән сәмләнеп ярыштылар, сөнки команданы артҡа ҡалдырмау өсөн һәр уҡыусы ныҡлы көс һалырға тейеш. Һәр балала бындай сәм, ныҡышмалылыҡ күҙәтелде. Ярыш 4:3 иҫәбе менән тамамланды. Уҡыусылар был ярыштан ҡәнәғәт булып, көс-дәрт алып таралыштылар.