Ҡурайсылар конкурсы

Март 25, 2020 Просмотров: 47

16 майҙа Иҫке Собханғол урта мәктәбендә район ҡурайсылар конкурсы уҙҙы. Балалар ижады үҙәге ойошторған бәйгелә райондың төрлө төбәктәренән ансамблдәр һәм яңғыҙ башҡарыусылар көс һынашты. Конкурсанттар ике төркөмгә – 6 йәштән 11йәшкә, 12 йәштән 16 йәшкә тиклем бүленде. Бәйгелә ике дуэт, бер трио, биш ансамбль ҡатнашты: Ғәлиәкбәрҙән «Йәнтөйәк» ҡурайсылар ансамбле (етәксеһе Ғәлиев У.С.), Иҫке Собханғол мәктәбенең ҡурайсылар ансамбле (етәксеһе Исҡужин Ә.В.), Яңы Усмандан «Бетерә» ҡурайсылар ансамбле (етәкселәре Мазитов Ш.А., Ишмуратова Ф.Д.), Иҫке Собханғол балалар сәнғәт мәктәбенең «Аҡбуҙат» ҡурайсылар ансамбле (етәкселәре Иҫәнғәлин Й.Ш., Мухаметдинов З.Х.), «Балалар ижады үҙәге” өҫтәмә белем биреү учреждениеның «Аҡбейек» ҡурайсылар ансамбле (етәксеһе Исҡужин Ә.В.).
Яңғыҙ уйнаған ҡурайсылар бәйгеһе лә көсөргәнешле барҙы. Положениеға ярашлы ҡурайсылар оҙон көй һәм ҡыҫҡа көйҙәрҙе башҡарып үҙҙәренең һәләттәрен күрһәттеләр.
Башҡортостан республикаһының һәм Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, К.Рәхимов исемендәге балалар сәнғәт мәктәбенең юғары категорялы уҡытыусыһы Иҫәнғәлин Йәмил Шәриф улы, “Мәсем” үҫмерҙәр клубы педагогы Ҡулдавлетов Фирғәт Сибәғәт улы, Балалар ижады үҙәге педагогы Буранбаева Таңсулпан Әғләм ҡыҙы, Иҫке Собханғол урта мәктәбенең Ғәлиәкбәр филиалы уҡытыусыһы Ғәлиев Усман Сәбир улы ҡатнашлығындағы жюри конкурстың еңеүселәрен билдәләне.
Ансамблдәр араһында «Балалар ижады үҙәге” өҫтәмә белем биреү учреждениеның «Аҡбейек» ҡурайсылар ансамбле (етәксеһе Исҡужин Ә.В.) – 3 урын, Ғәлиәкбәрҙән «Йәнтөйәк» ҡурайсылар ансамбле (етәксеһе Ғәлиев У.С.) һәм Яңы Усмандан «Бетерә» ҡурайсылар ансамбле (етәкселәре Мазитов Ш.А., Ишмуратова Ф.Д.) – 2 урынды бүлешһәләр, Иҫке Собханғол мәктәбенең ҡурайсылар ансамбле (етәксеһе Исҡужин Ә.В.) һәм Иҫке Собханғол балалар сәнғәт мәктәбенең «Аҡбуҙат» ҡурайсылар ансамбле (етәкселәре Иҫәнғәлин Й.Ш., Мухаметдинов З.Х.) – 1 урынды яуланылар.
Ғәлиәкбәр мәктәбенән трио һәм 2 дуэт бик әүҙем ҡатнашып урындар яуланылар.
6 йәштән 11 йәшкә тиклем яңғыҙ башҡарыусыларҙың араһынан Балалар ижады үҙәге тәрбиәләнеүсеһе Сатбаталов Зөфәр һәм Иҫке Собханғол урта мәктәбенең уҡыусыһы Абдуллин Руслан 3 – сө урынды бүлешһәләр, Балалар ижады үҙәге тәрбиәләнеүсеһе Сатбаталов Тайфур – 2 урын, Иҫке Монасип урта мәктәбенең уҡыусыһы Ҡунафина Раушания 1 урынды яуланы.
12 йәштән 16 йәшкә тиклем яңғыҙ башҡарыусылар араһынан Хисаметдинов Ирхан (Нәби), Аминев Айтуған (Ғәлиәкбәр), Баязитов Инсаф (Яңы Усман) – 3 урын, Ахтямов Арсен (Ғәлиәкбәр), Иҫәнғужин Айнур (Ғәлиәкбәр) – 2 урын, Ғәбитов Айнур (Ғәлиәкбәр) 1-се урынды яуланы.

Исп. Искужин А.В. педагог дополнительного образования МОБУ ДО ЦДТ МР Бурзянский район РБ
https://vk.com/album-71860880_263249469