Тәүге ҡыңғырау белем асҡыстарын Балаларҙың бирә ҡулына. Һуңғы ҡыңғырау башлап алып сыға, Йәш быуынды тормош юлына. Ун бер йыл буйы ҡыңғырауҙың сыңы. Саҡырыу булды һәр бер дәрескә. Бөгөн улар – саҡырыу һәм оҙатыу Алда торған бөйөк, ҙур эшкә!
Яҙҙың иң матур ,йәмле көндәренең береһендә мәктәбебеҙ үҙенең ҡарлуғастарын 9 һәм 11 класс уҡыусыларын ҙур тормош киңлектәренә осора. Бер аҙ шатлыҡлы ла ,бер аҙ моңһоу ҙа көн. Сығарылыш класс уҡыусыларына ғүмерҙең иң саф , иң наҙлы, ғәмһеҙ мәле- бала саҡ менән хушлашыу; шатлыҡтарҙы ла ,борсолоуҙарҙы ла бергә үҫкән мәктәп менән һаубуллашыу мәле етте. Мәктәп директоры Ҡотлобаев Данил Камил улы уҡыусыларҙы байрам менән тәбрикләп иң алдынғы уҡыусыларға маҡтау кәлимәләре тапшырып үтте. Бына улар: 9 кластан- Көнәфина Айгүзәл,Муллағолова Нургизә, Бикмәтова Зәлифә, Буранов Вәғиз, 11 кластан - Бикмәтова Нәфисә,Бикмәтов Заһир, Бикмәтов Заһит, Көнәфина Гөлфиә,Үтәбаев Илнар,Буранов Ильяс,Буранова Наҙгөл,Көҫәпҡолова Гөлфиә, Хәлитова Гүзәл.
Азамат Йәғәфәров исемендәге премияға 11 класс уҡыусыһы Үтәбаев Илнар лайыҡ булды.
Яҡшы уҡыуҙары, мәктәп, район,республика кимәлендәге конкурстарҙа юғары уңыштары өсөн 11 класс уҡыусылары Бикмәтов Заһир, Бикмәтов Заһит, Үтәбаев Илнар, Буранов Ильяс йондоҙҙар аллеяһына индерелде.
Артабан Бөрйән районы хакимиәте башлығы урынбаҫары Манапов Ғәзиз Миңлеәхмәт улы,Иҫке Монасип ауыл хакимиәте башлығы Баймырҙина Гүзәл Тимерғәле ҡыҙы,9-11 класс уҡыусыларының ата -әсәләре исеменән Бикмәтов Азамат Рәжәп улы, Юлдашев Әшрәф Зөлфәр улы ҡотлап үттеләр. Байрамға сығарылыш уҡыусыларының тәүге уҡытыусыларының сығышы йәм өҫтәне.
Хәйерле юл теләп, хушлашабыҙ
Юлдаш булһын изге теләктәр.
Тормошоғоҙ булһын аҡ бәхетле
Ярһып типһен һәр саҡ йөрәктәр!