Ҡәҙерле балалар!

Март 25, 2020 Просмотров: 11

Көндәр йылыныу менән күптәр тимер аттарға - велосипедтарға атланырға ашыға. Әммә уға ултырыр алдынан түбәндәге биш ҡағиҙәне ятлағыҙ - был мотлаҡ!
1. Хәтерегеҙҙә тотоғоҙ: велосипед - ул автомобиль, мотоцикл кеүек үк транспорт сараһы! Рулдәге велосипедсы йәйәүле тип иҫәпләнмәй.
2. Юл аша сыҡҡанда велосипедтан төшөп, йәйәү атларға кәрәк, әгәр велосипедсы зебра аша атлап үтмәй икән - ул юл хәүефһеҙлеге ҡағиҙәһен боҙоусы булып иҫәпләнә. Йыш ҡына ана шул ҡағиҙәне белмәүселәр автомобилдәргә бәрелә һәм ҡурҡыныс йәрәхәттәр ала.
3. Ҙур ҡалаларҙа велосипед өсөн юлдар тротуарҙарҙа махсус билдәләнгән, шул юлдан йөрөргә кәңәш ителә. Әгәр һеҙ берәйһен йәйәү йөрөүселәр өсөн тәғәйенләнгән урында төкөтһәгеҙ, ул кеше һеҙҙе судҡа бирергә хоҡуғы бар.
4. Велосипедтың тормоздарын, тәгәрмәсендә тын етерлекме-юҡмы икәнлеген көн һайын, хатта көнөнә бер-нисә тапҡыр тикшереп тороғоҙ.
5. Кис, ҡараңғы төшкәс велосипедта йөрөмәҫкә тырышығыҙ. Әгәр юлға сығырға кәрәк булһа, кейемгә яҡтылыҡ сағылдырыусы элеменнтар (браслет, значок, брелок) тағығыҙ.
Имен йөрөгөҙ!
("Аманат" журналы төркөмөнән).