"Рәсәй + Башҡортостан"
Март 25, 2020
Просмотров: 26
12 июнь көнө Иҫке Монасип ауыл китапханасыһы мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәре менән берлектә мәктәп лагерына йөрөгән балалар өсөн "Рәсәй + Башҡортостан" исемле сара үткәрҙе. Рәсәй көнөнә һәм Өфө ҡалаһына нигеҙ һалыныуға 445 йыл тулыуға арналған был сарала балалар викторина һорауҙарына ихлас яуап ҡайтарып илебеҙ тураһында күп белеүҙәрен күрһәттеләр, күргәҙмәләге китаптар менән ҡыҙыҡһындылар, һуңынан уйын майҙансығында уйнанылар.