3 июндән 23 тиклем 1-4 класс уҡыусылары өсөн Иҫке Монасип урта мәктәбендә йәйге һауыҡтырыу һәм хеҙмәт лагеры эшләне
3 июндән 23 тиклем 1-4 класс уҡыусылары өсөн Иҫке Монасип урта мәктәбендә йәйге һауыҡтырыу һәм хеҙмәт лагеры эшләне.Көн һайын мәктәп яны балаларҙың шат тауыштарынан гөрләп торҙо.Улар өс төркөмгә бүленеп тәрбиәселәр- Амирханова В.А.,Ҡотлобаева Г.А., Сафина Л.Х., Ҡаһарманова М.Н.,физкультура уҡытыусыһы- Бикмәтова Н.М.,өлкән вожатый -Көнәфина Г.А. һәм лагерь начальнигы Йыһанурова М.Р., ҡул аҫтарында 21 көн буйы бик матур ял иттеләр.Улар өсөн өлкән вожатый төрлө ҡыҙыҡлы саралар -"Буяуҙар көнө", "Пират мажаралары"," Индеецтар көнө","Лагерь һылыуы","Лагерь батыры"үткәрҙе. Нептун байрамы күңелле һыу һибешеү менән тамамланды. Төркөмдәр араһында үткән көсөргәнешле футбол ярышында һәм"Пират мажараларында" "Йондоҙҙар" төркөмө еңеүсе булды."Буяуҙар байрамында" "Королевство детства"төркөмө еңеүсе булһа,"Индеецтар көнөндә" "Йондоҙҙар" менән "Динамит" төркөмдәре еңеү яуланылар. "Лагерь һылыуы" исеменә Көнәфина Раушания лайыҡ булһа,"Лагерь батыры" титулын Бикмәтов Ғәзинур яуланы.Балаларҙы ашнаксылар Атауллина Г.С. менән Баймырҙина Т.Ш. тәмле аш менән тәьмин иттеләр.Ә лагерь дауамында "Иң яҡшы командир" исеменә өлгөлө тәртибе,һәр конкурс,ярыштарҙа ойоштороу һәләте өсөн "Динамит" төркөмө командиры Көнәфин Инсаф лайыҡ булды.
Шаулап - гөрләп лагерь ваҡыты үтеп тә китте.Балаларға яҡшы ял итеүҙәрен,имен- аман йәйҙе үткәреүҙәрен теләп ҡалабыҙ.