Ирәмәл – Башҡортостандың бейеклеге буйынса икенсе урында торған тауы. Тауға йылына 15000 – дән ашыу кеше менә. Был изге урындарҙың береһе тип һаналған тәбиғи паркка барыу бәхете беҙгә лә тейҙе.

Март 25, 2020 Просмотров: 49

8 июнь 18 уҡыусы 4 уҡытыусы етәкселегендә Ирәмәл тауҙарына юлландыҡ. Лагерь урынлашасаҡ аҡланға бер ни тиклем һуңлап килеп еттек. Уйламаған ҡаршылыҡтар тотҡарланырға мәжбүр итте, әммә команданан бер кем дә зарланыу белдермәне. Беренсе тапҡыр килеүселәр еңелсә шоктан арынмаған әле, эҫе ҡояш аҫтында алыҫ юлды үтеү ҙә үҙенекен итә. Бер яҡтан мауыҡтырғыс та, икенсе яҡтан ҡыҙыҡ мажараларға бай сәйәхетебеҙҙең башы ғына ине әле был.
Трассанан боролоп, асфальт юл бөткәс, беҙҙе ҡаршы алыусы парк хеҙмәткәре Антон 17 км алыҫлыҡта урынлашҡан лагерға тиклем оҙатып ҡуйырға тейеш ине. Ҙур-ҙур сумкаларыбыҙҙы уның машинаһына тейәгәндән һуң, ете кешенән артығын ултыртмайым тип ҡырҡа ҡаршы төшкән Антон менән бәхәсләшеүҙән файҙа юҡ ине. Өс ҡыҙыбыҙ, егеттәр һәм Азат Әхмәт улы фонарҙар яҡтыһында йәйәүләп юлды дауам итте, ә башҡалар машинаға ултырыштыҡ. Күп тә барманыҡ, Антон ағайыбыҙ туҡтап, “Ғәфү итегеҙ, ҡыҙҙар, техник сәбәптәр” тине лә, артҡы салондың ишеген асып, ултырғыстар аҫтынан нимәлер эҙләй башланы. Ҡаты ғына күренгән оҙатып барыусыбыҙҙы тын да алмай күҙәтәбеҙ, ә үҙебеҙ ишек төбөндә ултырған йәшник эсенән аҡҡан һыуҙы күреп ҡалмаһын тип ҡурҡабыҙ (барғас бешереп ашарға тип алған тауыҡ иттәре эҫе көнгә ирегән). Күрмәй булмаймы һуң инде: “У вас что-то течет”, тимәһенме. Ҡыҙҙар үҙ-ара нимә тип яуап ҡайтарырға тип аптыраналар. Шул саҡ мин, нимә тиегеҙ ул тигәнгә, Гүзәл: “Курица течет”, тип әйтәйек микән тигән була. Ә ул саҡта һис кенә лә көлөү ҡайғыһы юҡ ине әле.
Шулай итеп, соҡор-саҡыр һелкенә-һелкенә барыуыбыҙға бер сәғәт тә үтеп китте. Ә лагерь һаман да күренмәй. Ҡараңғыла юл насарлыҡтан Антон да бутала. Хәйбәт юл эҙләй. Шул саҡ минең башҡа шомло уйҙар килә башлай: юлды ни өсөн белмәй, башҡа машиналар ҙа күренмәй, һуғышырға тура килһә тотоп һуғырлыҡ кабинала бер әйбер юҡ, исмаһам бер малайҙы үҙебеҙ менән алмағанбыҙ, ултыр ҙа кит ҡыҙҙар менән генә тип үҙемде әрләйем. Минең уйҙы юлға йүгереп сыҡҡан куян балалары бүлде. Туҡтайыммы, ти Антон, әлбиттә, тибеҙ. Тоторға самалап, бер килке ҡуян баҫтырып йөрөп, шул арала насар уйҙар баштан сығып та ҡасҡан.
Ниһәйәт, өйҙәр күренә башланы. Ҡыуанған булабыҙ эстән генә. Бер йорт янына килеп туҡтағас, йәйәү килгән иптәштәребеҙҙе ҡаршы барып алырға теләк белдергән Антон, дуҫы эргәһенә барып тағы ла бер машина һорап тороу кәрәклеген әйтте. Уның өсөн килеүселәр менән бәйләнешкә сығып аңғартыр кәрәк ине (телефон алыҫтараҡ бер урында ғына тота). Кемегеҙ минең менән барып килә, ти Антон. Тик уның менән беребеҙҙең дә барғыһы килмәй, шөрләтә. Розалия Ғәфүр ҡыҙы мин бында ҡыҙҙар менән ҡалам тигәс, киттек Марина апай менән Антонға эйәреп. Бәйләнеш тотҡан ергә барып, иптәше Динисты күреп һөйләшкәнсе, арыу уҡ ваҡыт та үтеп киткән. Лагерҙа яҡтылыҡ юҡ, өйҙәрҙә шәм яҡтыһы, ә беҙ Антондың фонары яҡтыһына эйәреп йөрөйбөҙ. Шул арала Розалия апайыбыҙ беҙҙе юғалтып, ҡыҙҙар менән эҙләй сыҡҡандар (берәй хәл булып ҡуйһа ярҙам итешергә инде). Артабан Розалия Ғәфүр ҡыҙы һүҙҙәренән: ни өсөн тура машина менән иптәшенен өйөнә бармаған, хәҙер нимә эшләргә инде... Ҡыҙҙар менән китеп барһаҡ, фонарь яҡтыһы күренде. Әммә бер генә яҡтылыҡ, Антон яңғыҙы килә, Марина апай менән Айзиләне берәй нәмә эшләтте инде.
Ә ысынында, Антон бик яҡшы кеше булып сыҡты. Беҙ урынлашып, сәй ҡайнап сығыуға, Динис менән икәүһе юлда килгән иптәштәребеҙҙе алып та килделәр. Беҙ машина менән ике сәғәт килгән юлды, уларға килеп етергә 5 км ғына ара ҡалған булған. Антон аҙаҡ та аптырап һөйләй ине, бигерәк тиҙ атлағанһығыҙ тип.
Шулай итеп, төнгө өс тулыуға саҡ йоҡларға яттыҡ. Ҡыҙҙар теҙелешеп ике урындыҡта, ә егеттәр саф һауала палаткаларҙа таң аттырыуҙы хуп күрҙе. Таңғы алтыла уятам ботәгеҙҙе лә тигән Азат ағай ҙа туғыҙға хәтлем ҡаты йоҡлаған. Ни тиһәң дә юл үҙенекен белдергән шул.
Сәйәхәтебеҙҙең икенсе көнө – беҙҙе онотолмаҫлыҡ тәьҫораттарға бай, мажаралы әкиәт иле көтә ине. Тауға менеү лагерҙан башланды. Алда 19 км юл үтәһе бар әле.
Ҡыҙҙар һөйләүенән: юлда осраған һәр бер объект менән фотоға төшә-төшә барабыҙ. Тау менә башлағайныҡ, яйлап хәл бөтә башланы, километр һайын туҡтап ял итеп алабыҙ. Азат ағай үҙе менән лимонлы сәй яһап алған ине. Лимонлы сәй беҙгә энергия бирә. Артабан атлайбыҙ. Юлдың оҙонлоғо һиҙелмәй ҙә тиерлек, бер-беребеҙ менән һөйләшә-һөйләшә барабыҙ, үҙебеҙ туҡтауһыҙ ҡымыҙлыҡ ашайбыҙ, арабыҙҙа көлдөрөүселәр ҙә әҙ түгел: алдан китеп барған Нәфисәнен юлына йүгереп сыҡҡан сысҡандан ҡурҡып ултыра төшөүе, һаңғырау телефон уйнауыбыҙ... Бара торғас, һуҡмаҡ ситендә, бер-ниса саҡрым алдан барған иптәштәребеҙ ҡалдырған “записка”ны табып алдыҡ. Унда “У нас все чики-пуки. PS алдағылар” тип яҙылған ине. Быны күреү менән, көйөп килгән Азат ағайыбыҙҙың да кәйефе күтәрелеп китте. Шулай итеп Байсаҡалға ла килеп еттек.Унда Ирәмәл бабай ҡаршы алды. Ул беҙҙе ҡырмыҫҡа иләүе ярҙамында талпандан һаҡланырға ойрәтте. Сәй хәтәр тәмле ине шунда, тик Азат ағай тауға менеп еткәс эсербеҙ тип күп эсермәй, һала ла ала инде.
Эйе, беҙҙең өсөн Ирәмәлгә менеүе ҡыйын булманы. Бәлки, баштан уҡ әкиәт эсенә сумғанғалыр: тауға артылғанда литрлап эскән тау шишмәһенең тереһыуы; ниндәйҙер сихри көскә буйһоноп, хәҙер инде ҙур-ҙур таштар булып ҡатып ҡалған йәнлектәр; иғтибарлап тыңлағанда селтерләп кенә көлгәне ишетелгән тау йылғалары һәм эсеп тә һулап та туйып, танһыҡты ҡандырып булмаған йомшаҡ тау һауаһы!
Әйткәндәй, иң серле күренештәрҙең береһе, балалар өсөн дә, үҙебеҙ өсөн дә – таш йылғаһы булды. Ағып ятҡан һыу тауышы ишетелгәс, ысынлап та йылға аға икән тип уйлайбыҙ. Яҡынырак барһаҡ - таш йылғаһы. “Апай, был таштарҙы кем улай матур итеп теҙеп сыҡты икән”, тип һораусылар ҙа табылды. Тәбиғәттең иҫ киткес был мөғжизәһен беренсегә күрә инек шул.
Ниһәйәт, алдыбыҙҙа – Оло Ирәмәл. Сәйәхәтебеҙҙең төп маҡсаты булған Ирәмәл тауына артылыу өсөн һуңғы 1584 км бейеклекте яулайһы ҡалды. Башымдан бер генә уй үтте: менә алмаясаҡмын. Текә, ҙур-ҙур таштар менән уратылған бейек тау. Әммә ошо километр ярым аралыҡ хәтерҙә нығыраҡ һаҡлана, сөнки ҙур таштар буйлап менергә тура килә. Шул уҡ ваҡытта таштарға аяҡ терәү менән көс артҡанын һиҙәһең. Ғәҙәти һуҡмаҡтан атлауға ҡарағанда таштар буйлап барыу, таштан-ташҡа һикереү, йүгереү еңелерәк. Бәлки, Ирәмәлдең көсө тап ошо таштарҙа булғанлыҡтандыр? Сөнки улар ябай таш түгел, ә тотош мәрмәр һәм кремень.
Ирәмәл – элек-электән изге тау йәки ырымлы тау тип йөрөтөлгән. Ирәмәлгә менеп етһәң, бар арыу-талыуҙарың юҡҡа сыға. Уны кешегә көс биреүсе имле тау тип һанағандар. Яҡын-тирәлә йәшәүсе кешеләр хатта Ер кендеге тип уйлағандар уның тураһында. Һәм бына беҙ ошо изге тауҙын башында – бөтә матурлыҡты үҙенә йыйған, серле урынды күреү бәхетенә ирештек.
Ҡайтыр юл һәр саҡ еңелерәк һәм тиҙерәк үтелә, тиҙәр. Әммә Ирәмәлдән төшкәндә түгел. Әйтерһең дә, тау үҙенән ебәргеһе килмәй. Һәм аҙым һайын: "Саҡ ҡына ҡалды. Иң мөһиме - шишмәгә етһәң, тереһыу эсерһең, йыуынырһың, көс өҫтәлер..." - тип үҙ-үҙеңде өгөтләйһең.
Киске сәғәт һигеҙгә, тағы ла 19 км юл үтеп, лагерға килеп тә еттек. Ҡаранғы төшмәҫ элек автобус эргәһенә барып етергә ине иҫәп. Марина апай йәһәтләп кисәге тауыҡтарҙы бешерергә ҡаҙанға һалып ебәрҙе, ашап алғас, ҡайтыр юлға сығырға. Әммә асығыу ҡайғыһы юҡ ине әле күптәрҙә. Тағы ла бер иҫтә ҡалырлыҡ ваҡиғаларҙың береһе - талпандар. Ҡайһы бер уҡыусыларыбыҙҙы бигерәк ярата булып сыҡты улар. Башта кейемдәренә йәбешеп кенә торһа ла ҡурҡҡан кешеләр, аҙаҡ бер ни булмағандай алып һелтәп кенә торалар. Урындағы табип бындағы талпандарҙың ағыуһыҙ икәнен әйткәс кенә күңел тынысланды. Шулай итеп, тәмле аш ашап, эҫе сәй эсеп алғандан һуң, ҡайтыр юлға йыйындыҡ. Һәм тағы ла юл мәсьәләһе – биш кешебеҙгә машиналарҙа урын юҡ. Башҡаларҙы алып барғас, Динис уларҙы кире килеп алырға риза булды.
Бик оҙаҡ барғандай булдыҡ. Юлдың насарлығы, ҡулдарҙы саҡ ҡына ысҡындырһаң машинаның икенсе яғына осоп барып ятырмын тимә, ялҡытып та киткән. Алдан барған Динис туҡтап юлға ауған ағастарҙы төшөп таҙалай, беҙ Антондың машинаһында, барып ярҙамлашмай ҙа тип, уны әрләйбеҙ. Ә иң ҡыҙығы нимәлә – башҡортса белмәй тигән Антонды барғанда ла, ҡайтҡанда ла, ул барыбер беҙҙе анламай ул тип, ихласлап әрләйбеҙ, тик уның беҙҙең телдә лә һойләшкәнен килеп еткәс кенә ишеттек. Уйламаған хәл...
Сәғәт төнгө бер тулыуға, автобус янында инек. Тороп ҡалған иптәштәребеҙ килеп еткәс, ҡыҙҙар йоҡламай таң ҡаршыларға теләк белдерҙе. Үҙебеҙгә кәрәкле ашамлыҡтарҙы алып, өшөп китһәк тип, инеп йылынып алырға палаткалар ҡороп, егеттәр әҙерләп биргән усаҡҡа сәй ҡайнатырға ҡуйып ебәрҙек. Кемдәрҙер арыныҡ тип автобуста йоҡларға ҡалды, кемдер палаткаларҙа, ә беҙ – ҡыҙҙар, табын әҙерләп, урман сәйе эсеп, таң ҡаршыланыҡ. Арыһа ла, ярҙам кәрәк булыр тип, Аяз да (Муллағолов) беҙҙең менән ҡалды. Яйлап, күңелле тауышҡа, Камила менән Заһит та ҡушылды. Розалия апай ҡуҙҙа бешергән тәмле кәртук, Марина апайҙың ҡаймаҡ менән ҡоймаҡ ҡыҙҙырып ашатыуҙары, таңға тиклем йырлауҙар, урам буйлап пледҡа төрөнөп быҙау ҙурлыҡ эттән ҡасып йөрөүебеҙ, Гүзәл әйтмешләй, сәтәкәй бармаҡтар башбармаҡ ҙурлыҡ булып шешһә лә, ошо минуттарҙа беҙҙән бәхетле кеше булмагандыр...
Һәм һүҙ аҙағында шуны әйтке килә: беҙҙең менән барған бөтә уҡыусыларҙын ата-әсәләренә рәхмәт әйтер инем. Бер йыл уҡытып та, ошо балаларҙың асылында ниндәй икәндәрен улар менән бергә Ирәмәлгә барып белдем. Аралашып йөрөп ҡайтып, һәр саҡ ярҙам итергә торған егеттәр, алсаҡ, итәғәтле ҡыҙҙарырыбыҙ булыуына ҡыуанам. Шулай уҡ тап ошо Ирәмәл тауына сәйәхәткә барыуҙы һайлаған 10 класс уҡыусыларына, уларҙың теләктәрен хуп күреп, алып барырға риза булған класс етәксеһенә һәм дә рөхсәт биреп ебәргән директорыбыҙға ҙур рәхмәтлебеҙ.
Был сәфәр тағы ла нимәһе менән хәтерҙә ҡалды: ҡояшта ла ҡыҙындыҡ, тау йылғаһында һыу ҙа индек, елдә лә елләнек.Башҡа ваҡытта булһа, бәлки, кемдер һуҡраныр ҙа ине, әммә Ирәмәлдә кире тойғоларға урын юҡ -тәбиғәттең барлыҡ күренештәренә ҡыуандыҡ, сөнки тәбиғәт беҙҙе үҙе шулай таҙарындырҙы! Бындағы хозурлыҡты яҙып та, фотоға төшөрөп күрһәтеп тә аңлатып булмай. Бары тик ғүмереңдә бер тапҡыр булһа ла килеп, үҙ күҙҙәрең менән күрергә кәрәк. Әкиәт инде... Ә, бәлки, мажаралыр?..