Бөгөн Иҫке Монасип урта мәктәбендә күп йылдар эшләп хаҡлы ялға сығыусы хеҙмәткәребеҙ Ҡотлобаева Әнисә Факил ҡыҙы 60 йәшлек күркәм юбилейын билдәләй. Ошо уңайҙан хөрмәтле коллегабыҙҙы ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ!

Март 26, 2020 Просмотров: 25

Алдағы көндәрҙә Хоҙай һеҙҙе сәләмәтлектән, донъя бәрәкәтенән, күңел тыныслығынан айырмаһын. Килер көндәрегеҙ аяҙ, ғүмер юлығыҙ шатлыҡ-ҡыуаныстарға бай, сәләмәтлегегеҙ ныҡ, күңелегеҙ көр, эштәрегеҙ уң булһын. Яҡындарығыҙҙың, балаларығыҙҙың һәр шатлығына күмелеп, донъя рәхәтлектәрен кисереп йәшәүегеҙҙе теләйбеҙ. Һәр саҡ шулай йылмайып-көлөп, тормош ҡото булып, ҡәҙер- хөрмәткә төрөнөп оҙон ғүмер кисерергә яҙһын.
Йылдар үтә торһон, һыуҙар аҡһын,
Шатлыҡ менән килһен яңыһы.
Беҙ теләйбеҙ алда ғүмерҙәрҙең
Бәрәкәтле, яҡты нурлыһын.
Күпме булһа ерҙә изге теләк,
Беҙ теләйбеҙ һеҙгә барын да,
Аҡ сәскәләр кеүек бәхет яуһын
Тыуыр көндөң һәр бер таңында.