Спорт- йәшәү сығанағы.

Март 26, 2020 Просмотров: 51

Көҙ айының сыуаҡ бер көнөндә Иҫке Монасип урта мәктәбендә "Спорт шәмбеһе" көнө үткәрелде. Мәктәптең уйын майҙансығы балаларҙың шат тауышына күмелде. Һәр кем үҙенең һаулығын нығытыу маҡсатында ярышҡа килгән ине.
Тәү сиратта бөтә мәктәп өсөн " Хәүефһеҙлек мәктәбе" түңәрәгендә шөғөлләнеүсе егеттәр Ҡотлобаев Азамат Йәмил улы етәкселегендә янғын хәүефһеҙлеге буйынса уҡыуҙар ойошторҙо. Янғын һүндереү машинаһы ҡорамалдары менән таныштырып, үҙҙәре үк махсус кейемдәрен кейеп һыу һәм порошок ярҙамында ут һүндереү алымдарын күрһәттеләр. Бындай осраҡта уҡыусылар бик етеҙ, батыр, ҡағиҙәләрҙе ентекле белергә, юғалып ҡалмаҫҡа икәнен белделәр.
Артабанғы этап - ҡыҫҡа һәм оҙон дистанцияға йүгереү башланды. Һәр кем класы өсөн янып-көйөп, "ауырып" та алды.
Ярыш булғас еңеүсеһе лә, еңелеүсеһе лә була. Ярышты тамамлап, ҡотлау өсөн һүҙ мәктәп директоры Ҡотлобаев Данил Камил улына бирелде. Ул балаларға һаулыҡ, именлек, һәр ваҡыт актив булыуҙарын теләп, еңеүсе егет-ҡыҙҙарға грамоталар тапшырҙы. Ауылыбыҙҙың ир-уҙаманы, ауыл старостаһы, депутатыбыҙ Көнәфин Рәжәп Мостафа улы үҙенең бүләктәрен бүләк итте. Әлбиттә, балалар бик шат ине.
"Көҙгө кросс"ты үткәреүҙә булышлыҡ иткән мәктәп администрацияһына, депутатыбыҙ Көнәфин Рәжәп Мостафа улына, класс етәкселәренә ҙур рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ.