"Юлда һаҡ бул!"
Март 26, 2020
Просмотров: 75
27 сентябрҙә мәктәптә башланғыс кластар өсөн "Юлда һаҡ бул!"тип исемләнгән сара үтте.Сараның маҡсаты: һәр баланың ғүмерен,һаулығын һаҡлау ине.Класс етәкселәре Әхмәтшина Рәшиҙә Ринат ҡыҙы,Сафина Линура Хәлил ҡыҙы,Ҡотлобаева Гөлгөнә Әсхәт ҡыҙы,Әмирханова Вәсилә Әбүкарам ҡыҙы был сараны ҡыҙыҡлы һәм мауыҡтырғыс итеп ойошторҙолар. Уҡыусыларҙы юл ҡағиҙәләре,билдәләре ,уларҙың килеп сығыу тарихы менән таныштырҙылар. Шуныһы ҡыуаныслы:балалар бөтә һорауҙарға ла тулы һәм ентекле яуап бирҙеләр.Юл ҡағиҙәләренә, транспортҡа ҡағылышлы йомаҡтар ҡойҙолар. Уҡыусылар өсөн "Автоэстафета","Кем етеҙерәк?","Юл билдәләрен беләһеңме?"кеүек уйындар үткәрелде. Сара иҫтәлеккә фотоға төшөү менән тамамланды.