"Йондоҙло сәғәт"
Иҫке Монасип урта мәктәбендә тарих,йәмғиәтте өйрәнеү,Башҡортостан тарихы һәм мәҙәниәте, һынлы сәнғәт, музыка дәрестәренең ярым айлығы бара. Башҡортостандың 100 йыллығы айҡанлы 5-6 класс уҡыусылары өсөн Көнәфина Гөлфирә Азат ҡыҙы "Йондоҙло сәғәт" уйыны үткәрҙе.Һайлап алыу турында йомаҡтарға дөрөҫ яуап биреп 6 уҡыусыға был уйында ҡатнашыу бәхете эләкте. Беренсе турҙа Башҡортостанға арналған һорауҙарға яуап биргәндән һуң, иң әҙ йондоҙ йыйыусы ике уҡыусы төшөп ҡалды. Артабанғы турҙарҙа "Башҡортостан" һүҙенән һүҙҙәр төҙөп ярыштылар, мәҡәлдәр әйтештеләр, йомаҡтарға, төрлө һорауҙарға яуап бирҙеләр. Иң күп йондоҙ йыйыусы 5 класс уҡыусыһы Рәхмәтуллин Сыңғыҙ был сәмле бәйгелә еңеп сыҡты.Афарин! Уйында ҡатнашыусы барлыҡ уҡыусыларға бәләкәй генә иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды.