Ата-әсәләр - мәктәптең төп терәге.

Март 26, 2020 Просмотров: 17

16 октябрҙә Иҫке Монасип урта мәктәбе ата-әсәләренең дөйөм йыйылышы үткәрелде. Көн тәртибендә үҫеп килеүсе йәш быуынды әхлаҡи тәрбиәләү, заман хәүефтәренән һаҡлау, ғаиләлә бала һәм ата-әсә мөнәсәбәттәре, һаулыҡ һаҡлау , уҡыусыларҙы йылы аш менән тәьмин итеү кеүек мөһим мәсьәләләр ҡаралды.
Ата-әсәләр менән был мәсьәләләр тураһында һөйләшергә район Хакимиәтенең бәлиғ булмағандар эше һәм уларҙың хоҡуҡтарын һаҡлау комиссияһының яуаплы секретары Тажитова Л.Ш., тәрбиәгә алыу һәм попечителлек бүлегенең әйҙәүсе белгесе Исламов И.Б., Бөрйән районының "Ғаилә" үҙәгенең бүлек етәксеһе Бәхтийәрова Ю.Ә., район үҙәк дауаханыһы педиатры Вәлиева Ә.Р. килде. Улар бәлиғ булмағандар тарафынан йәмғиәт тәртиптәрен боҙоу осраҡтарының йышайыуы, интернет селтәрҙәренең хәүефе, балалар араһында йыш осраған ауырыуҙар һәм уларҙы дауалау, ата-әсә һәм бала мөнәсәбәттәре тураһында мөһим мәғлүмәттәр бирҙе, кәңәштәрен әйтте.
Мәктәптең уҡытыу һәм тәрбиә эшендәге уңыштары һәм хәл итергә кәрәкле мәсьәләләре тураһында директор Д.К. Ҡотлобаев, уҡытыу һәм тәрбиә эше буйынса урынбаҫары А.Ғ. Абдуллина, тәрбиә эштәре буйынса директор урынбаҫары М.Р. Йыһанурова, социаль педагог Г.А. Көнәфина сығыш яһанылар.
Мәктәптә балаларҙы ашатыу мәсьәләләре һәр саҡ актуаль булып ҡала. Аҙыҡ сифатлы, файҙалы, туҡлыҡлы, төрлө витаминдарға бай булырға тейеш. Быйылғы йылда бөтә мәктәптәрҙең уҡыусыларын бер меню буйынса ашатыу, шул уҡ ваҡытта биш көнлөк график менән уҡытыу кеүек яңылыҡтар индерелде. Аҙыҡ рационын ентекле уйлап, талаптарға яуап бирерлек итеп һайлау мөһим.
Мәктәп етәкселеге һәм ата-әсәләр ошо мөһим мәсьәләләр буйынса берҙәм ҡарарҙарға килеп таралышты.