"Законды бел һәм теүәл үтә" интеллектуаль уйын.
Иҫке Монасип урта мәктәбендә тарих ,йәмғиәтте өйрәнеү, Башҡортостан тарихы һәм мәҙәниәте, һынлы сәнғәт, йыр дәрестәренең ярым айлығы бара.Ошо айлыҡ сиктәрендә Буранова Зөлфиә Таһир ҡыҙы етәкселегендә йәмғиәтте өйрәнеү фәненән " Законды бел һәм теүәл үтә" тип исемләнгән интеллектуаль уйын үткәрелде.
Иң беренсе сиратта Конституция - илебеҙҙең төп законы, юғары юридик көскә эйә икәне тураһында мәғлүмәт еткерелде, уҡыусылар тест һорауҙарына яуап бирҙеләр. Ярыш бик ҡыҙыу ике команда араһында барҙы. Төрлө һорауҙар, һүҙҙәр төҙөү, шарадалар, ребустар сисеү, төрлө ситуацияларҙан сығыу юлдарын эҙләү, үҙ хоҡуҡтарыңды белеү һәм башҡа уйын төрҙәре уҡыусыларҙа ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты. Ниһәйәт, ярыш төрҙәре буйынса ике команда ла бер тигеҙ балдар йыйып, улар араһында дуҫлыҡ еңде. Уҡыусылар дуҫ, ғәҙел, намыҫлы, илебеҙҙең лайыҡлы киләсәге булырға тигән теләктә таралышты.