"Иғтибар - балалар" акцияһы

Март 26, 2020 Просмотров: 30

Балаларҙың юлда хәүефһеҙлеген булдырыу - мөһим мәсьәлә
29 октябрҙә "Иғтибар - балалар" акцияһы нигеҙендә Иҫке Монасип урта мәктәбендә юл хәүефһеҙлеген тәьмин итеү буйынса осрашыу үткәрелде. Был осрашыуға Бөрйән районы Юл хәүефһеҙлеге инспекцияһының Юл патруль хеҙмәте инспекторы, кесе лейтенант Урал Шайморат улы Гәбиҙуллин килде. Инспектор уҡыусыларға юл ҡағиҙәләрен үтәү талаптары, улар боҙолған осраҡта ҡаралған штрафтар, административ һәм енәйәт эштәре тураһында мөһим мәғлүмәттәр бирҙе. Балалар һәм уҡытыусылар үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған һорауҙарға тулы яуаптар алды.
Көн оҙонлоғо ҡыҫҡара, тиҙ ҡараңғы төшә. Киске осорҙарҙа, ҡараңғыла кейемдәргә, мәктәп порфелдәренә, велосипедҡа беркетеп ҡуйылырға тейешле яҡтылыҡ сағылдырыусы билдәләр балаларҙың хәүефһеҙлеген булдырыусы сара. Һәр ата-әсә ошо ябай ғына сараны үтәй ала.
Йылдан-йыл юл фажиғәләре арта. Шуға ла һәр беребеҙ үҙенең, яҡындарының, юлдаштарының хәүефһеҙлеген ҡайғыртырға бурыслы.