7 ноябрь көнө Иҫке Монасип мәктәбе уҡыусылары өсөн тағы бер иҫтәлекле сара үтте. Был сараны ойоштороусылар -"Шүлгән -таш "ҡурсаулығы. 1ноябрҙән 7 ноябргә тиклем 1-4-се кластар араһында "Ҡоштарҙы ашатығыҙ!" акцияһы сиктәрендә "Иң яҡшы тағараҡ" конкурсы иғл

Март 26, 2020 Просмотров: 40

7 ноябрь көнө Иҫке Монасип мәктәбе уҡыусылары өсөн тағы бер иҫтәлекле сара үтте. Был сараны ойоштороусылар -"Шүлгән -таш "ҡурсаулығы. 1ноябрҙән 7 ноябргә тиклем 1-4-се кластар араһында "Ҡоштарҙы ашатығыҙ!" акцияһы сиктәрендә "Иң яҡшы тағараҡ" конкурсы иғлан ителгәйне. Конкурстың маҡсаты: уҡыусыларҙа ҡоштарға иғтибар, улар менән һоҡланыу хисе тәрбиәләү, ярҙам итеү теләге уятыу. Ҡурсыулыҡ белгестәре: Хәйбуллина Ләлә, Ғәлина Раушания, Ноғоманова Айһылыу апайҙар сара үтәсәк залға ҡурсыулыҡ тураһында мәғлүмәтле күргәҙмә материалдар, уҡыусыларҙың ижади эштәрен ҡуйып алдан әҙерләп ҡуйҙылар. Мәмерйәнән беҙгә ҡунаҡҡа килгән мамонт уҡыусыларҙы бик йылы ҡаршы алды. Хатта ҡайһы берҙәре уның эргәһенә барырға ҡыймайыраҡ та торҙолар. Йәтеш кенә мамонт менән бөтә уҡыусылар ҙа бик теләп фотоға төштө. Сараның тәүге өлөшөндә ҡурсыулыҡ белгестәре уҡыусылар менән "Һин йәшәгән ер" темаһына йәнле әңгәмә үткәрҙе, уҡыусыларҙың белемдәрен тикшерҙе. Был әңгәмәлә балалар һис бер тартыныуһыҙ апайҙар менән ихлас аралаштылар, үҙҙәренең белемдәрен күрһәттеләр. Хәлитов Ғәлинурҙың төплө яуаптары бөтәбеҙҙе лә хайран ҡалдырҙы. Был әңгәмә барышында балалар сүп -сарҙың беҙҙең һаулыҡҡа һәм бар тереклеккә ни тиклем зыян килтереүе хаҡында белде, фәһемле кино ҡараны. Төрлө материалдан булған сүп -сарҙы айырыу буйынса уйын ойошторолдо. Сараның икенсе өлөшөндә "Ҡоштарҙы ашатығыҙ!" исемле класс сәғәте үтте. Балалар ҡоштарға ниндәй аҙыҡ ашатырға, ҡасан ашатырға кәрәклеге тураһында бик күп мәғлүмәт алды, белемдәрен киңәйтте. Һәм иң тулҡынландырғыс мәл килеп етте. Үҙ эштәрен яратып башҡарған Ләлә, Раушания, Айһылыу апайҙар конкурсҡа йомғаҡ яһаны. Конкурсҡа 28 уҡыусы тағараҡ эшләп алып килгән. "Иң яҡшы тағараҡ" конкурсында Гран -приға Ҡотлобаева Асия, 1-се урынға Буранов Данис, 2-се урынға Хәлитова Гөлфинә менән Буранов Вәкил, 3-сө урынға Хәлитова Физәлиә менән Баймырҙина Зарина лайыҡ булды. Уларға ҡурсыулыҡтың почет грамоталары һәм иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды. Актив ҡатнашҡан уҡыусыларға ла ҡурсыулыҡ хеҙмәткәрҙәре рәхмәт хаттары тапшырып үтте.Был саранан бер уҡыусы ла буш ҡайтманы. Бөтә балаларға ла, уҡытыусыларға ла бүләккә "Шүлгән-Таш" ҡурсыулығы тураһында мәғлүмәтле, ҡыҙыҡлы китаптар, буклеттар, 2020 йылға календарҙар тапшырылды.Ҡайһы бер уҡыусылар тағараҡтарын ҡурсыулыҡҡа бүләк иттеләр. Саранан балалар күтәренке кәйеф менән таралышты. Ошондай бай ,ҡыҙыҡлы ,фәһемле сара үткәргәндәре һәм иҫтәлекле бүләктәре өсөн "Шүлгән-Таш" ҡурсыулығы коллективына ҙур рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ!