Бөгөн Иҫке Монасип урта мәктәбенең башланғыс кластар уҡытыусыһы Ғәлина Рәшиҙә Ринат ҡыҙы үҙенең тыуған көнөн билдәләй.
Март 26, 2020
Просмотров: 37
Хөрмәтле Рәшиҙә Ринат ҡыҙы! Һеҙҙе ысын күңелдән тыуған көнөгөҙ менән ҡотлайбыҙ! Һеҙгә ныҡлы һаулыҡ, оҙон ғүмер, бәхетле тормош, күңел тыныслығы теләйбеҙ. Киләсәктә балаларыңдың изгелеген күреп, һәр атҡан таңға, яуған ҡарҙарға, килгән яҙҙарға, аҡҡан һыуҙарға һоҡланып йәшәргә насип булһын!
Яҡты ҡояш һәр саҡ юлдаш булһын,
Шатлыҡ менән типһен йөрәгең.
Ауырлыҡтар һине урап үтһен,
Ҡабул булһын һәр бер теләгең.