Бөгөн Иҫке Монасип урта мәктәбенең уҡытыу-тәрбиә эштәре буйынса директор урынбаҫары, рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Абдуллина Альмира Ғүмәр ҡыҙы үҙенең тыуған көнөн билдәләй.

Март 26, 2020 Просмотров: 31

Ошо уңайҙан дәртле, тырыш, эш тип янып йәшәүсе коллегабыҙҙы ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ!
Хөрмәтле Альмира Ғүмәр ҡыҙы! Киләсәктә һеҙгә оҙон ғүмер, сәләмәтлек, шатлыҡ-ҡыуаныстар, күңел тыныслығы, донъя бәрәкәте теләйбеҙ.Һәр саҡ шулай йылмайып-көлөп, атҡан таңдарға ҡыуанып, туғандарығыҙҙың хөрмәтенә төрөнөп йәшәргә яҙһын!
Йөрәктәрҙән сыҡҡан наҙлы һүҙҙәр,
Күңелдәрҙә булған саф хистәр.
Оҙон ғүмер, яҡты матур тормош-
Беҙҙең һеҙгә әйтер теләктәр.