28 ноябрь көнө Иҫке Монасип урта мәктәбенең һәм Яңы Монасип башланғыс мәктәбенең 3-4-се кластары араһында дуҫлыҡ күпере һуҙылды.

Март 26, 2020 Просмотров: 53

28 ноябрь көнө Иҫке Монасип урта мәктәбенең һәм Яңы Монасип башланғыс мәктәбенең 3-4-се кластары араһында дуҫлыҡ күпере һуҙылды. Бындай осрашыуҙар беҙҙең мәктәптә йыл да үткәрелеп тора.Ҡунаҡтарҙы ҡаршылап ,сәй эсеп алғас ,мәктәп буйлап экскурсия үткәрелде. Икенсе өлөшөндә ҡунаҡтар менән берлектә "Йомро баштар "уйыны башланды.Уҡыусылар бер-береһенә үҙҙәренең әҙерләгән күстәнәстәренән дә ауыҙ иттерҙеләр.Был уйын шул тиклем көсөргәнешле барҙы.Балаларҙың шундай шәп яуап биреүе беҙҙе һоҡландырҙы. Илгәҙәк кенә балалар көлдөрөп тә алдылар. Уйын 25:24 иҫәбе менән тамамланды.Тағы ла уҡыусыларҙы спорт залында ҡыҙыҡлы уйындар көтә ине. Ике командаға бүленеп балалар сәмләнеп ярышты.Улар был сарала көс һынашып ҡына ҡалманы, артабан да осрашырға, аралашырға һүҙ ҡуйышты. Сара һуңында балаларҙы ашханала сәй табыны көтә ине. Был осрашыу иҫтәлеккә фотоға төшөү менән тамамланды. Киләсәктә лә уҡыусылар араһындағы дуҫлыҡ күперҙәре ныҡлы булыр тип ышанабыҙ.