Шахмат ул- зирәктәр уйыны.

Март 26, 2020 Просмотров: 54

Шахмат тарихының мең йыл ярымлыҡ тарихы бар тип иҫәпләнә. Уның бер нисә төрө бар- "һинд", "Византия" һәм башҡа төрҙәре шахматтың үҫешен һәм донъяла таралыуына аңлата. Иң күп таралған, иң тәүҙә килеп сыҡҡан уйын- чатуранга Һиндостан да беҙҙең эраның Vl быуатынан билдәле.
Бөгөнгө ваҡытта ла шахмат уйыны компьютер, гаджеттар донъяһында популярлығын юғалтмай. Әлеге уйындың иң төп әһәмиәте - кешенең интеллектуаль һәләтен үҫтерергә ярҙам итеүҙә. Шуғалыр мы, ғүмерҙәре буйы шахмат уйнаған кешеләр олоғайғас та камил аҡылдарын, асыҡ зиһендәрен юғалтмайҙар.
Быйылғы йылдан Башҡортостан Республикаһы башлығы Радий Фәрит улы Хәбиров тарафынан мәктәптәрҙә шахмат дәрестәре индерелде. Дәрестәрҙән тыш мәктәбебеҙҙә һәр шаршамбы сәғәт 16.00 "Йәш шахматсы" түңәрәге лә эшләп килә. Был түңәрәккә башланғыс класс уҡыусылары бик теләп йөрөйҙәр һәм шахмат серҙәренә өйрәнәләр.