"Ҡоштар - беҙҙең дуҫтар"

Март 26, 2020 Просмотров: 13

5 ноябрҙән 25 ноябргә тиклем Башҡорт дәүләт ҡурсыулығы тарафынан үткәрелгән "Ҡоштар - беҙҙең дуҫтар" конкурсында беҙҙең Иҫке Монасип уҡыусылары дәррәү ҡатнашты. Конкурс 3 номинациянан торҙо: 1) Һүрәттәр; 2) "Ҡоштар- беҙҙең дуҫтар, дуҫыңа ярҙам ит!" темаһына иншалар конкурсы; 3) Фотоконкурс.
10 декабрь Иҫке Собханғол урта мәктәбендә еңеүселәрҙе бүләкләү тантанаһы үтте. Һүрәттәр конкурсында 2-се класс уҡыусыһы Көнәфина Фәнзилә (етәксеһе Сафина Л.Х.), 5 - се кластан Рәхмәтуллин Сыңғыҙ, Көнәфин Рәсил , 7 -се кластан Муллағолова Гөлбикә (етәксеһе Көнәфина Г.А. ) маҡтау ҡағыҙҙары менән, иншалар конкурсында 4-се класс уҡыусыһы Муллағолова Гөлсинә (етәксеһе Ҡотлобаева Г.Ә.) III дәрәжәле диплом менән бүләкләнделәр. Уҡыусыларҙы еңеүҙәре менән ҡотлайбыҙ, гел шулай актив булып ҡалыуҙарын теләйбеҙ