"Мини-футбол" ярышында ҡыҙҙар командаһы 3-сө урын яуланы

Март 26, 2020 Просмотров: 39

Иҫке Монасип урта мәктәбе уҡыусылары быйылғы район спартакиадаһында әүҙем ҡатнашып, спорттың төрлө ярыштарында үҙҙәрен көслө һәм әҙерлекле булыуҙарын күрһәттеләр. Грек-рим көрәшенең спартакиада исемлегенә индерелеүе һәйбәт яңылыҡ булды. Был үҙенсәлекле көрәштә 6-сы класс уҡыусыһы Буранов Фәнүз 3-сө урын яулап ҡыуандырҙы. Баскетбол - көслөләр, состар, йүгеректәр, тапҡырҙар ярышы. 9-11 класс уҡыусылары араһында үткән "Кэс- баскет" ярышында ҡыҙҙар командаһы 2-се урын, 2006-2007 йылда тыуған уҡыусылар араһында "Оранжевый мяч" баскетбол ярышында малайҙар командаһы 2-се урын,ҡыҙҙар командаһы 2-се урын яуланы. Футбол ярышында ла уҡыусыларыбыҙ һынатмай. Урта кластар (2006-2007 йылғы уҡыусылар) араһында үткәрелгән "Мини-футбол" ярышында ҡыҙҙар командаһы 3-сө урын яуланы. Балаларҙың спорттағы был уңыштары тренерҙары Азат Әхмәт улы Әйүпов етәкселегендә үткәрелгән көндәлек күнекмәләр һөҙөмтәһе ул. Спартакиада дауам итә. Алда ҡышҡы спорт ярыштары! Уҡыусылар киләсәктә лә һынатмаҫтар, тип ышанабыҙ һәм яңынан-яңы еңеүҙәр теләйбеҙ! Афарин!