Баш ҡалабыҙ Өфөлә 20 декабрь меңгә яҡын бала яңы йыл иртәлегенә - Президент шыршыһына тылсымлы Яңы йыл байрамын ҡаршыларға йыйылды. Иң-иңдәр йыйылған был кисәгә Бөрйән районынан 4 бала барҙы. Шулар араһында беҙҙең Иҫке Монасип мәктәбенең 8-се класс уҡыусы
Баш ҡалабыҙ Өфөлә 20 декабрь меңгә яҡын бала яңы йыл иртәлегенә - Президент шыршыһына тылсымлы Яңы йыл байрамын ҡаршыларға йыйылды. Иң-иңдәр йыйылған был кисәгә Бөрйән районынан 4 бала барҙы. Шулар араһында беҙҙең Иҫке Монасип мәктәбенең 8-се класс уҡыусыһы Көнәфина Зиләнең булыуы ла ҙур ҡыуаныс булды. Бөтә фәндәрҙән дә тик “5”-легә өлгәшкән ҡыҙ мәктәптә, район, республика кимәлендә үткәрелгән төрлө конкурстарҙа, олимпиадаларҙа актив ҡатнаша һәм урындар яулай. Быйылғы уҡыу йылында ла һынатманы Зилә: инглиз теленән үткәрелгән олимпиадала район кимәлендә 1 урын, биология фәненән 2-се урын, «Республикама дан йырлайым» исемле иншалар конкурсында район һәм республика кимәлендә 1-се урын, “Яныңда йәшәгән герой тураһында һөйлә” иншалар конкурсында 1-се урын яуланы. Мостай Кәримдең ижадына арналған конкурста шағирҙың шиғырын инглиз телендә һөйләп район кимәлендә «Өмөт” номинацияһына лайыҡ булды.
- Миңә Президент шыршыһына барыу ныҡ оҡшаны. Унда бик күңелле булды. Һәр бала үҙенсә матур итеп әҙерләнеп килгән. Үҙемә бик күп яңы тәьҫораттар алдым, яңы дуҫтар таптым, төрлө кешеләр менән осраштым, таныштым. Балалар өсөн бик ҡыҙыҡлы саралар үткәрелде. Беҙгә төрлө бүләктәр әҙерләгәндәр ине. Был Яңы йыл байрамы минең өсөн онотолмаҫлыҡ булып хәтерҙә ҡалыр. Ошондай байрамды күрергә ярҙам иткән, мине уҡытҡан, олимпиадаларға, конкурстарға әҙерләгән уҡытыусыларыма, тыуған мәктәбемә, мәғариф бүлегенә һәм мине йылы итеп ҡаршылаған класташтарыма рәхмәт әйткем килә, - тине Зилә үҙенең әңгәмәһендә.
Тырыш һәм аҡыллы ҡыҙға артабанғы уҡыуында үңыштар, яүлайһы яңы үрҙәр теләйбеҙ. Киләсәккә яңы маҡсаттар ҡуйып, хыялдарына табан ынтылып йәшәргә насип итһен Зиләгә.