Хуш киләһең ,Яңы йыл!
ЁЛКА БАЙРАМЫНДА
Йырланыҡ та бергәләп,
Бейенек тә бергәләп.
Уйындар ҙа уйнаныҡ
Елкабыҙҙы тирәләп.
(Ә.Таһирова)
Яңы йыл һәр баланың иң көтөп алған байрамдарының береһелер. Уйын-көлкө, бүләктәргә һәм мөғжизәгә бай мәлде яратмау мөмкинме? 25 декабрь көнө Иҫке Монасип урта мәктәбенең башланғыс класс уҡыусылары өсөн дә шундай матур байрам ойошторолдо.
Балалар уйнаны, бейене, күңел асты, Ҡыш бабайҙы,Ҡарһылыуҙы саҡырҙы, бергәләп шыршының утын ҡабыҙҙы. Клоун,Мәскәй әбей,Сысҡансыҡ һәм Сысҡансуҡ,Ҡылыйгүҙ,Микки Маус менән бергәләп балалар күңелле ял иттеләр.Ҡыҫҡаһы, балаларҙың көтөп алған байрамы бик тамашалы, күңелле үтте.Ниндәй генә костюмдар юҡ!Һәр бала ата-әсәһе менән берлектә костюмдар тегеүгә ҙур тырышлыҡ һалған.Тырышлыҡ бушҡа китмәй,балалар матур -матур бүләктәр алып ҡыуанды.Ойоштороусыларға, ата - әсәләргә, балаларҙың үҙҙәренә ҙур рәхмәт!