Бер нәмәгә ҡарамай,әүәләйбеҙ ҡар бабай......

Март 26, 2020 Просмотров: 85

Бер нәмәгә ҡарамай,
Әүәләйбеҙ Ҡар бабай,
Ҡыш өҫтөндә, епшек көндә
Ҡар бабайһыҙ ярамай, тип быйыл да Иҫке Монасип мәктәбе уҡыусылары сәмләнеп, береһенән - береһе уҙҙырып ҡарҙан һындар әүәләп, мәктәп алдын биҙәп тә ҡуйҙы.Әлбиттә, был эштән һәр яҡтан ярҙам итеп тороусы ата-әсәләр ҙә ситтә ҡалманы. Яңы йыл байрамы ҡунаҡтары Ҡыш бабай һәм Ҡарһылыу, үтеп барған һәм киләһе йылдың хужалары Сусҡабай менән Сысҡансуҡ, Аҡыллы гөбөргәйел, Алтын балыҡ, әкиәт өйө, башланғыстарҙың йәнһүрәт геройҙары - көләкәстәр ҙә мәктәп ихатаһына йәм биреп ултыра. Мәктәп алды балаларҙың шат тауыштарынан гөрләп тора һәм артабан да шулай булһын. Афарин, уҡыусылар!