Шыршы байрамына - ҡунаҡҡа
Яңы йыл алдынан гөрләп үткән шыршы байрамдары - үтеп китеп барған йылдың һөҙөмтәләренә баһа биреү, бына-бына тупһа аша атлаясаҡ Яңы йылды яңы көс, дәрт менән ҡаршы алыу сараһы ла.
Быйылғы муниципаль шыршы байрамы ла уҡыуҙа, спортта, мәҙәниәттә алдынғы булған балаларҙы үҙ янына йыйҙы. Беҙҙең Иҫке Монасип мәктәбенән был байрамға 8 -се класс уҡыусылары Әхтәмова Айшат, Яхина Ләйлә, 3-сө класс уҡыусылары, игеҙәк ҡыҙҙар Йәғәфәрова Юлиә менән Әлиә саҡырылды.
Айшат менән Ләйлә - уҡыуҙа ла, мәҙәни тормошта ла бик әүҙем, тырыш, эшсән ҡыҙҙар. Улар бөтә фәндәрҙән дә тик юғары билдәләргә өлгәшә. Йыл һайын район предмет олимпиадаларында ҡатнашып, призлы урындар яулайҙар. Быйыл да улар башҡорт теле буйынса район олипиадаһында ҡатнашып, еңеүгә өлгәштеләр.
Юлиә менән Әлиә - бик тырыш, сос, отҡор уҡыусылар. Күп балалы ғаиләлә үҫкән сәскә һымаҡ был ҡыҙҙар кластарында алдынғылар рәтендә.
Шыршы байрамынан балалар бик матур тәьҫораттар менән ҡайттылар. Уларҙың киләсәктә тағы ла ҙур уңыштарға ирешеүҙәрен, ата-әсәләрен, мәктәпте, районыбыҙҙы данлап, шат йәшәүҙәрен теләйбеҙ!