Ҡәҙерле балалар, хөрмәтле уҡытыусылар, ауылдаштар!
Март 26, 2020
Просмотров: 17
Шулай итеп йылдың һуңғы көнөнә лә килеп еттек. Ауырлыҡтар ҙа, шатлыҡ -ҡыуаныстар ҙа, яңы яуланған үрҙәр ҙә, түбән төшкән ваҡыттарҙа булды... Нисек кенә булмаһын быйылғы йылыбыҙ тарихта ҡалды. Киләһе йылыбыҙ Аллаһ -бирһә күберәк шатлыҡ -ҡыуаныстар, яңы еңеүҙәр, яңы үрҙәр алып килһен. Тыуғандарыбыҙ, балалар һау булһын, илдә тыныслыҡ, күк йөҙө яҡты булһын. Уйлаған пландарыбыҙ, уй - хыялдарыбыҙ тормошҡа ашһын. Яңғыҙҙар парҙарын табып, парлылар һөйгән йәрҙәренең ҡәҙерен белеп оҙон-оҙаҡ, шатлыҡлы ғүмер кисерһендәр. Яңы, 2020 йыл менән дуҫтар!
Д.К. Ҡотлобаев.
Д.К. Ҡотлобаев.