Батырға ла ял кәрәк !
Ҡырҡ атанан тыуған ҡырҡ холоҡло балаға белем бирергә тырышып, күҙеңә генә ҡарап торған, танау соҡоп ултырған, парта артында хыял ҡоштарын осорған, тәмләп йоҡлап та киткән балаҡайҙарҙы кеше итәм, белем тауына үҙе теләмәгәндәрҙе лә барыбер этәреп, алдаштырып, һөйрәтеп, әүрәтеп, әрләп булһа ла мендерергә бар көстө һалып; уҡыйым, тип ынтылып торғандарҙы күтәреп, ҡанатландырып, уның араһында мең дә бер отчет тултырырға, план яҙырға, дәфтәр тикшерергә, комиссия уттары аша үтергә, ата-әсәләр менән уртаҡ тел табырға, конкурстарҙа ҡатнашырға, ғаиләне ҡарарға, үҙең тапҡан балаларҙы тәртип тәртәһенән ысҡындырмаҫҡа өлгөргән ғәжәп кешеләр бит ул һеҙ!
Һеҙгә почет һәм ихтирам, уңғандар, аҡыллылар, шәптекәйҙәр!
Өҫтән ниндәй генә баш ҡатырғыс программалар төшөрөп тормаһындар, фиҙаҡәр уҡытыусылар малайҙарға һәм ҡыҙҙарға бөтә белгәнен һәм, хатта белмәгәнен дә дәрестә биреп ҡалырға, донъяны танырға өйрәтә бит ул.
Амбразураға күкрәге менән ҡапланғандай, мәктәптең төп булмышын, тәғәйенләнешен һаҡлап ҡалырға ҡалҡынып, уҡыусыларҙың күңелен, аңын байытып, офоҡтарын киңәйтеп, ЫСЫН УҠЫТЫУСЫЛАР шуға ғүмерен һала.
Дан һеҙгә, уҡытыусылар!