Бөгөн Иҫке Монасип урта мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Ишемғужина Лилиә Самат ҡыҙы үҙенең күркәм юбилейын билдәләй
Март 26, 2020
Просмотров: 22
Ошо уңайҙан мәктәп коллективы исеменән ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ!
Хөрмәтле Лилиә Самат ҡыҙы! Юбилейығыҙ ҡотло булһын! Һеҙгә ғүмерҙең иң оҙонон, бәхеттең иң ҙурын, шатлыҡтарҙың иң олоһон юллайбыҙ. Яҡты ал таңдар, зәңгәр күктәр һеҙҙең күңелегеҙҙе һәр саҡ яҡтыртып торһон. Киләсәктә лә һәр атҡан таңға, килгән яҙҙарға ҡыунып, балаларығыҙҙың изгелеген күреп йәшәргә яҙһын!
Ағын һыуҙар кеүек ғүмер үтә,
Үтһен, әйҙә, ул гел шатлыҡта.
Йәшәү йәме, донъя именлеге
Юлдаш булһын һеҙгә һәр саҡта.