Уҡытыу уҡытыу менән.... оҫта ҡуллы кешеләргә электән һоҡланып ҡарай инем.
Мәктәптә лә шундай алтын ҡуллы оҫталар булыуы, белем усағының бәҫен бермә-бер арттыра тиһәм дә яңылыш булмаҫ. Һүҙем мәктәп оҫтаханаһында эшләүсе Кәрим Рәфҡәт улы Бикмәтов, Йәҙгәр Хәйҙәр улы Маликов һәм улар етештергән тауарға зауыҡ менән биҙәп йән өрөүсе Гөлфирә Азат ҡыҙы Көнәфинә тураһында булыр. Беҙҙең оҫталар эшләгән йыһаз, ҡорамалдар үҙенсәлеклеге, сағыулығы, сифатлы булыуы менән иғтибарға лайыҡ. Һандыҡ, өҫтәл, ултырғыстар булһынмы, балалар өсөн эшләнгән карауаттар, тахта, дивандар булһынмы ҙур цехтарҙа етештерелгән мебелдәрҙән бер нимәһе менән дә ҡалышмай. "Белгән өйрәтә, белмәгән өйрәнә" тигән халҡыбыҙҙың аҡылына таянып, ошо кәрәкле һәм файҙалы һөнәрҙе балаларға ла еткерә белеү икеләтә оҫталыҡ! Быныһы инде айырым тема. Бына ошо ҡул эше өлгөләрен һеҙҙең иғтибарығыҙға тәҡдим итәбеҙ. Үҙегеҙгә оҡшаған йорт йыһаздарын таныштарығыҙға, туғандарығыҙға бүләк итә алаһығыҙ.