Ҡар ,бурандан ҡурҡмайбыҙ, Тауҙа тюбинг шыуабыҙ. Һалҡын ҡыш,һиңә рәхмәт! Саф һауала бик рәхәт!
Апрель 6, 2020
Просмотров: 71
-Балалар,бөгөн тюбинг менән шыуырға барабыҙ.
-Ура!Тюбинг шыуабыҙ!Есть!-балалар шатлыҡтарынан үрле -ҡырлы һикереп ҡыуаныстарынан ҡысҡырыша башланылар.Ул да булмай, йөҙ төрлө һорау менән беҙҙе күмеп тә ташланылар.
-Апай,нимә менән барабыҙ?
-Апай,автобус менәнме?
-Апай,нисә һум аҡса алабыҙ?
-Апай,нисә сәғәт шыуабыҙ?Һәм тағы әллә күпме һорау...
Бөгөн 2-се,3-сөләр менән тюбинг шыуып, рәхәтләнеп ял итеп ҡайттыҡ.Тюбингтарҙы һөйрәп тауға менеүен мендек,тик бер аҙ ҡурҡыу тойғоһо биләп алды.Эскерһеҙ,бер ҡатлы балалар беҙҙе төрлөсә йыуатып ,өгөтләй торғас тауҙан шыуырға күндерҙеләр.
Рәхәтләнеп шыуҙыҡ та шыуҙыҡ, шыуҙыҡ та шыуҙыҡ.Балалар менән күңелдәргә шатлыҡ ,тәнгә һаулыҡ алып ҡайттыҡ бөгөнгө урмандағы сәйәхәттән.