“Беҙҙең өйҙөң йәме”
Апрель 6, 2020
Просмотров: 50
Мәктәптә башҡорт теле һәм әҙәбиәте аҙналығы башланды. Бөгөнгө көндә уҡыусылар Мостай Кәримдең “Беҙҙең өйҙөң йәме” повесы буйынса төшөрөлгән “Һеңлекәш” фильмын ҡарап ҡыуандылар. Фильм бик фәһемле, ныҡ оҡшаны. Бәләкәс Йәмилдең һәм Оксананың оҫта уйнауҙарын күреп һоҡландыҡ, хатта иланыҡ. Башҡорт халҡының һуғыш йылдарындағы тормош- көнкүрешен, балалар яҙмышын күреү беҙҙе тетрәндерҙе. Ошондай фильмдар күберәк булһа ине. Әйткәндәй, ”Һеңлекәш” фильмы “Нурлы фәрештә” кинофестивалендә Гран-при һәм тамашасылар һөйөүе яуланы.