Бөгөн Иҫке Монасип мәктәбенең өлкән ашнаҡсыһы Атауллина Гөлсөм Сәлих ҡыҙы үҙенең тыуған көнөн билдәләй. Ошо уңайҙан беҙ мәктәп коллективы исеменән ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ!

Апрель 6, 2020 Просмотров: 28

Хөрмәтле Гөлсөм Сәлих ҡыҙы! Һеҙгә ныҡлы һаулыҡ, оҙон ғүмер, бәхетле тормош, күңел тыныслығы теләйбеҙ. Киләсәктә балаларыңдың изгелеген күреп, һәр атҡан таңға, яуған ҡарҙарға, килгән яҙҙарға, аҡҡан һыуҙарға һоҡланып йәшәргә насип булһын!
Яҡты ҡояш һәр саҡ юлдаш булһын,
Шатлыҡ менән типһен йөрәгең.
Ауырлыҡтар һине урап үтһен,
Ҡабул булһын һәр бер теләгең.