"Йыл уҡытыусыһы - 2020" конкурсы
22 ғинуарҙа Иҫке Монасип урта мәктәбендә "Йыл уҡытыусыһы - 2020" конкурсы үткәрелде. Йолаға әүерелгән был ярышта урта мәктәп һәм уның филиалдары уҡытыусылары ҡатнашты. Иҫке Монасип мәктәбенән физик культура уҡытыусыһы Азат Әйүпов, тарих һәм йәмғиәт белеме уҡытыусыһы Зөлфиә Буранова, Нәби филиалынан башланғыс кластар уҡытыусыһы Рәүилә Вәлиева, физик культура уҡытыусыһы Илшат Һатыбалов, Тимер филиалынан инглиз теле уҡытыусыһы Миңлегөл Язағоловалар ҡатнашты.
Конкурстанттар ярыштың тәүге этабында уҡытыусының йөҙө булған эше менән таныштырҙы - дәрес күрһәтте. Әлбиттә, улар төрлө алымдар менән, мауыҡтырғыс һәм заман талаптарына ярашлы итеп үткәрелде.
Артабан ярыш мәктәптең акттар залында дауам итте. Уҡытыусылар тәүҙә үҙҙәре менән таныштырып үтте. Йәрәбә буйынса беренсе булып сығыш яһаусы Зөлфиә Таһир ҡыҙы педагогик эшмәкәрлеген ғаилә тормошо менән бәйләп бәйән итте. Азат Әхмәт улы һөнәре тураһында ҡыҙыҡлы итеп шиғри формала һөйләне. Миңлегөл Таһир ҡыҙы уҡытыусы һөнәрен баҡсасы һөнәре менән сағыштырып, бик мауыҡтырғыс һәм фәһемле притча ишеттерҙе, Рәүилә Рәхимйән ҡыҙы йырлау һәләте менән һоҡландырҙы, Илшат Әхтәм улы йөкмәткеле презентацияла шәхси һәм педагогик эшмәкәрлеген бәйән итте. Жюри бик ҡәнәғәт булып, бар сығышты ла юғары баһаланы.
Ярыштың икенсе өлөшөндә уҡытыусылар оҫталыҡ дәрестәре үткәрҙе. Был тәңгәлдә, әлбиттә, улар үҙ фәне буйынса оҫталыҡтарын күрһәтергә ынтылды. Зөлфиә Таһировна Берҙәм дәүләт имтиханына эссе яҙырға өйрәтте, Азат Әхмәт улы дөрөҫ тын алыу һәм уның кеше һаулығына файҙаһы, Миңлегөл Таһировна инглиз телендә төҫтәрҙең атамаларын тиҙ генә өйрәтеү алымы менән таныштырҙы, Рәүилә Рәхимйәновна һаулыҡ һаҡлау технологияларын өйрәтте, Илшат Әхтәм улы балаларҙың иғтибарын үҫтереү буйынса ҡыҙыҡлы уйын алымдарын күрһәтте. Уҡытыусылар барыһы ла үҙ эштәренең оҫталары икәнлеген иҫбат иттеләр.
Конкурстың өсөнсө өлөшөндә блиц-һорау булды. Федераль дәүләт белем биреү стандарттарына ярашлы, хәҙерге заман уҡытыу эше, дәрес үҙенсәлектәре, уҡытыусы эшмәкәрлеге тураһында һорауҙарға яуап тотто педагогтар.
Конкурс һөҙөмтәләре буйынса еңеүселәр билдәләнде. Уҡытыусылыҡ эшендә иң оҙаҡ һынау юлы үткән, ярышта иң күп балл йыйған Рәүилә Рәхимйән ҡыҙы Вәлиева алдынғылыҡты - Гран-при яуланы. Беренсе урында Язағолова Миңлегөл Таһир ҡыҙы, икенсе урында Әйүпов Азат Әхмәт улы, өсөнсө урында Һатыбалов Илшат Әхтәм улы һәм Буранова Зөлфиә Таһир ҡыҙы билдәләнде.
Йыл һайын үткәрелә килгән конкурстың мәктәп этабы тамамланды. Алда - муниципаль һәм регион конкурстары. Ул этаптарҙа ла беҙҙең уҡытыусыларыбыҙ һынатмаҫтар тигән теләктәбеҙ. Һөнәри конкурста ҡатнашыу - үҙе ҙур мәртәбә.